Сығайыҡ, таҙартайыҡ03.10.2017
Мине экология проблемалары, ауыл халҡының тирә-яҡҡа мөнәсәбәте борсой. Экология йылы иғлан ителһә лә, был мәсьәләнең ауыл биләмәләре контролендә тороуы һиҙелмәй.

Улар өмәләр ойоштороп ҡына ҡалмайынса, теләһә ҡайҙа сүп-сар ырғытҡандарҙы киҫәтергә, шелтә бирергә, зыян килтергәндәрҙең исем-шәрифен һәм машиналары менән сүп ташлауҙарын фотоға төшөрөп, гәзиттә баҫтырһын ине.
Ауыл халҡының тәбиғәт, үҙҙәренең файҙаһына ыңғай эштәр башҡарыуын раҫлап, бер миҫал килтерәм. Икенсе йыл инде Федоровканың Колхоз һәм Юл урамдарында йәшәгәндәрҙең көтөү буйынса йыйылышта малды яланға сығарыр алдынан “өмә ойошторорға кәрәк” тигән ҡарарға киләбеҙ. Бер-ике машинаға арба тағып сығабыҙ ҙа сүп-сарҙы йыябыҙ. Шунан йәй буйы ҡурҡмайынса малды көтөүгә сығарабыҙ. Башҡа урамдар халҡы ла шулай эшләй ала бит. Ауыл тирәләй сүп-сар аҙайыр ине.
Йәнә бер тәҡдим. Шәхси секторҙа йәшәгән һәр кеше ихатаһында тимер һауыт ҡуйып, йыйылған сүптәрен шунда яндыра ала. Ә янмай торған әйберҙәрҙе – быяла, һауыт-һаба, консерва банкаларын, ҡапҡастарын тоҡтарға тултырып, теләһә ҡайҙа түгел, рөхсәт ителгән сүплеккә сығарһындар.
Хөрмәтле ауылдаштар, файҙалы ғәмәлдәр ҡылайыҡ. Сүплектәрҙе арттырмайыҡ, уларҙы юҡ итергә тырышайыҡ.
Бер нисә йыл дауамында шишмәләрҙе тергеҙҙек, төҙөкләндерҙек. Ыңғай тәжрибә бар бит. Юл буйындағы сүпте йыйып, матур тәбиғәт урындарын таҙартып, тыуған районыбыҙҙа тәртип булдыра алмайбыҙмы ни?!

Федоровка районы.


Вернуться назад