Яҙғы каникулда ағайым менән Саҡмағош районында йәшәгән өләсәйебеҙгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙе шатланып ҡаршы алды.
Ауылда тик ятманыҡ: өләсәйгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам иттек, малайҙар менән уйнаныҡ.
Саҡмағоштан һуң Өфөгә юлландыҡ. Ҡаланың иҫтәлекле урындарында булдыҡ. Барыһы ла бик оҡшаны. Ҡурсаҡ театрындағы тамаша айырыуса иҫтә ҡалды.
Иртәгәһен ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ситтә нисек кенә күңелле булмаһын, тыуған ауыл шундай һағындырған!
Алик МАЛИКОВ,
Йәрмөхәмәт мәктәбе уҡыусыһы.
Туймазы районы