Мәсет ярҙамға мохтаж03.10.2017
Стәрлетамаҡ, Салауат яҡтарынан килгәндә Өфө ҡалаһында изгелек нурҙары бөркөп, матур һәм күркәм итеп төҙөлгән дүрт манаралы мәсет иғтибарҙы йәлеп итә. Кем генә булмаһын, уға ҡарап һоҡланмай үтә алмай. Минеңсә, уны һалдырған кеше үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйған.
Был мәшһүр иман йорто киләһе быуындар өсөн бүләк булып, халыҡтарға тоғро хеҙмәт итәсәк. Белмәйем, ошондай мәсет беҙҙең илдә тағы бармы икән?
Тик шуныһы үкенесле, ҡулланыуға быйыл тапшырыласаҡ бина эсендә бер кем дә эшләмәй, йәғни төҙөлөш туҡтап ҡалған. Бәлки, аҡса етмәйҙер. Әгәр Башҡортостан мосолмандары етерлек матди ярҙам күрһәтә алмай икән, ярҙам һорап бөтә илгә мөрәжәғәт итергә кәрәктер? Изгелек һәм тәрбиә үҙәгенең ошондай хәлдә тороуы бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәйҙер, моғайын. Берәй сараһын күреү фарыз.