Телгенәм – бергенәм29.09.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһындағы Указын ғәмәлгә ашырыу юлдары хаҡында халыҡ нимә уйлай? Ниндәй фекерҙәре, тәҡдимдәре бар?
Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры:
– Республика Башлығының Указында гранттар тураһында һүҙ бара. Был йәһәттән эште башҡорт милли мәктәптәренән башларға кәрәк тип уйлайым. Уларҙың матди-техник базалары бик үк шәптән түгел, яңыртыу талап итә. Милли спортты үҫтереү йүнәлешендә лә эшләү зарур, шулай уҡ матди мөмкинлектәр тыуҙырыу мөһим, сөнки ауыл ерендә көрәште үҫтереү өсөн келәмдәр ҙә ала алмайҙар. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан китаптар мәктәптәргә килеп етмәй. Ошо йүнәлештә лә эште көйләргә кәрәк.
Элек белем усаҡтарында башҡорт теле кабинеттарын биҙәү өсөн махсус стендтар сығарылды. Уларҙы Мәғариф министрлығы әҙерләп тарата ине. Бөгөн башҡорт теле кабинеттары яңыртыуҙы талап итә. Ауыл мәктәптәрен һәм мәҙәниәт йорттарын милли кейемдәр менән тәьмин итеү – көнүҙәк мәсьәлә, шуға ла гранттарҙы биреүҙе ауылдан башларға кәрәк. Конкурс, фестиваль еңеүселәрен Маҡтау ҡағыҙҙары менән генә түгел, ә матди яҡтан да ҡыҙыҡһындырыу мөһим.
Указды тормошҡа ашырғанда туған телдәрҙе өйрәнеү сифатын яйға һалыу сараларын да күрергә кәрәк. Мәҫәлән, “Туған рус теле” дәресендә рус халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте үҙенсәлектәренән сығып, боронғо кириллицаһы ла өйрәнелергә тейештер. Шуға мәктәптәр “Туған рус теле” дәреслеге менән тәьмин ителеп, уның мотлаҡ үҙ тәғәйенләнешендә уҡытылыуы мөһим. Бөгөнгө кеүек “Туған рус теле” дәрестәрен Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү өсөн файҙаланыу дөрөҫ түгел.
Республикала туған тел, дәүләт теле булараҡ, төбәк кимәлендә матди яҡтан тәьмин ителергә тейеш. Грантҡа лайыҡ булыу өсөн башҡорт телендә тарихи, мәҙәни, өйрәтеүсе йәнһүрәттәр, телетапшырыуҙар, фильмдар төшөрөү мөһим. Балаларыбыҙ теләһә ниндәй сит ил фильмдарын, йәнһүрәттәрен ҡарағансы, үҙебеҙҙең яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәгән мәҙәниәтебеҙ өлгөһөндә тәрбиәләнһә, илебеҙ тик отасаҡ ҡына.
Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре:
– Указдың тиҙерәк бойомға ашыуын теләйбеҙ. Гранттар бөтә телдәргә лә тура килгән уҡыу-уҡытыу программаларын төҙөүгә лә йүнәлтелһен. Бөтә туған телдәр ҙә грифланған программа буйынса уҡытылырға тейеш, сөнки туған телдәр милли үҙаң, бер-береңә ипле, тыйнаҡ мөнәсәбәт тәрбиәләй. Һөйләшергә өйрәтеү генә баланы үҙ милләтенең улы итеп үҫтермәй. Тыуған ергә һөйөү милли тел, үҙаң аша инә. Мәктәптәрҙә рус теле һәм “Туған рус теле” дәрестәрен бер үк уҡытыусының алып барыуы дөрөҫ түгел, сөнки әлеге ваҡытта рус теле уҡытыусылары “Туған рус теле” дәресен Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек өсөн файҙалана. Бының менән улар туған телен өйрәнергә барған баланың конституцион хоҡуғын боҙа. Шуға күрә Башлыҡ булдырған гранттар ошондай хилафлыҡты бөтөрөп, дәүләт стандарттарына яуап биргән дәрес программаһы һәм дәреслектәр сығарыу өсөн файҙаланылырға тейеш.
Грант иҫәбенә туған тел дәрестәре һаны арттырылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Милли телдәрҙең статусын күтәреү өсөн туған телдәрҙе өйрәнгән һәм был фән буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашҡан балаларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланырға, уларға уҡыу йорттарына ингәндә ниндәйҙер ташламалар яһалырға тейеш. Әлеге ваҡытта милләтебеҙ мәҙәни яҡтан яҡшы үҫешә, әммә фән өлкәһендә телде өйрәнеүгә йәштәрҙе ылыҡтырыу буйынса эш аҡһай. Шуға ла ғилми-ғәмәли тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгәндәргә гранттар булдырылыуы мөһим. Китапханаларҙағы тарихи-милли байлығыбыҙҙы электрон форматҡа күсереүҙе лә тиҙләтергә кәрәк. Был иһә Интернет селтәрендә ултырған йәштәргә файҙалы мәғлүмәт алыу өсөн уңайлы булыр ине.
Зөлфиә ҒИЛМАНОВА, Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы:
– Бындай гранттарҙың булдырылыуы бик ҡыуаныслы. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта “Туған рус теле” дәресен алып барыу өсөн республикала уҡытыу программаһы юҡ. Телдәрҙе уҡытыу методикаһын яңынан ҡарап, был аҡсаға яңы дәреслектәр, методик ҡулланмалар сығарылһа, уҡыу кабинеттары йыһазландырылһа, электрон китаптар һәм өҫтәмә әҙәбиәт алынһа, яҡшы булыр ине.