Башҡорт википедияһы – Дәүләт Думаһы депутатының иғтибар үҙәгендә29.09.2017
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин төбәк аҙнаһы сиктәрендә граждандарҙы ҡабул иткәндә, уға Башҡорт википедияһы ирекмәндәре лә мөрәжәғәт итте һәм бөгөнгө хәл-торошта башҡорт телен үҫтереү, уны донъя киңлегенә сығарыу, йәштәрҙә генә түгел, донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙә башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йүнәлешендә интернет ресурстарын файҙаланыу буйынса үҙҙәренең уй-фекерен еткерҙе һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы.


Үҙ сиратында Рәмзил Рафаил улы, википедиясыларҙың Өфө ҡалаһының “Иҙел” кафеһында үткән викиосрашыуына килеп, йәнле аралашыуҙа ҡатнашты.
Башҡорт википедияһы ирекмәндәре өсөн дә сентябрь яңы “уҡыу йылы” башы булып тора, сөнки тап 1 сентябрҙән Рә­сәйҙә генә түгел, донъяла популярлыҡ яу­лай барған “Башҡортостан-100” супер-марафонының өсөнсө этабы башланды, шул уҡ ваҡытта Азербайжан википедия­һын­да Башҡортостан айлығы үтә, ә 11 – 17 сентябрь Рус википедияһында, Европа төбәктәренең тематик аҙналығына ярашлы, Башҡортостанға арнала. Бынан тыш, башҡорт Вики-дәреслеге, ҡабаттан тер­геҙелеп, эш башланы. Шулай уҡ 14-15 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Вики-конфе­ренцияға барыу мәсьәләһе ҡаралды һәм вәкилдәр исемлеге раҫланды.
Рәмзил Рафаил улы Дәүләт Думаһы тарафынан әҙерләнгән, әммә һаманғаса ҡабул ителмәгән ирекмәнлек тураһында федераль закон проекты хаҡында һөй­ләне һәм уның буйынса фекер алышырға саҡырҙы. Шулай уҡ бөгөн башҡорт телендә 40 мең самаһы энциклопедик мәҡәлә тупланған Башҡорт википедияһының әһәмиәтен билдәләп, уны тулыландырыу процесын тиҙләтеү кәрәклеген дә билдә­ләне һәм был эштә мөмкин тиклем ярҙам итәсәген белдерҙе.
– Электрон энциклопедия ярҙамында кешеләрҙең Башҡортостан, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, тыуған яғыбыҙҙың данлы осорҙары тураһындағы барлыҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә башҡорт телендә эҙләп табыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Бөгөн туған телде заманса аралашыу сараларын – интернетты файҙаланмайынса алға ебәреүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай уҡ донъялағы барлыҡ белемде үҙенә туплаған бындай ирекле энциклопе­дия мәктәп уҡыусыларына башҡорт те­лендә яңы белем тупларға һәм туған тел­дә уҡырға ярҙам итәсәк. Ябай халыҡ та, теләге булғанда, үҙенә яңы нәмә аласаҡ, донъяға ҡарашын киңәйтәсәк. Беҙ был ресурс үҫһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Рәмзил Ишһарин.
Әйткәндәй, был тема бер бөгөн генә күтәрелмәй. 2012 йылдың 20 мартында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында “Асыҡ дәүләт һәм граждандар йәмғиәте төҙөү юлында Баш­ҡортостан Республикаһында мәғлүмә­ти интернет-ресурстарын үҫтереү” тигән те­маға түңәрәк ҡор үткәрелеп, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғлү­мәт сәйәсәте секцияһында ла был мәсьәлә күтәрелде, резолюциялар ҡабул ителде... һәм шуның менән барыһы ла онотолдо. Әммә эшмәкәрлек туҡталып ҡалманы, ул ирекмәндәр көсө менән яйлап ҡына дауам итә. Был йүнәлеште РФ Дәүләт Думаһы де­пу­таты үҙ контроленә алғас, бәлки, ки­лә­сәктә эш алға китер тигән өмөт бар.



Вернуться назад