“Күпме телде беләһең, шунса кешеһең”29.09.2017
“Күпме телде беләһең, шунса кешеһең” Бөгөн хаҡлы ялдамын, йәшем алтмышты уҙған, төрлө телдәр, мәҙәниәттәр үҫешкән Көнбайыш Европала йәшәйем һәм ундағы тотороҡлоҡҡа һоҡланып туймайым. Унда Рәсәйҙә рустар ғына йәшәй тип уйлайҙар. Ҡайҙа ғына барһам да, башымды ғорур тотоп “башҡортмон” тип таныштырам, үҙ илемдең визит карточкаһы икәнлегемде бер саҡта ла иҫтән сығармайым, үҙ халҡыма хас әҙәп ҡағиҙәләренә таянып аралашам.


Күптән түгел үҙем йәшәгән Чех Республикаһының баш ҡалаһы Прагала булып ҡайттым. Күпме килһәм дә, был ҡалаға һоҡланып туймайым, сөнки ул асыҡ һауа­лағы музей кеүек. Бында иң һоҡландырғаны – ҡала урамдарында һәм майҙандарында донъяның төрлө илдәренән килгән халыҡтарҙың туған тел­дәрендә оялмай һөйләшеүе. Йыл һайын Чехияға донъяның төрлө төбәктәренән белем алыу өсөн ярты миллионға яҡын йәштәр, миллионлаған туристар ағыла. Сит илдәрҙән килгән йәштәр – Американанмы ул, Австралиянанмы – барыһы ла Чехия вуздарында урындағы халыҡтың туған теле – чех телендә белем ала. Ни өсөн? Сөнки чехтар 1918 йылда уҡ туған телдәренә дәүләт статусы биреп, чех телен уҡы­тырғамы-юҡмы тигән һорауҙы бөтөнләй һыҙып ташлаған. Әгәр был илдә уҡырға, йәшәргә йәки эшләргә теләйһең икән, әйҙә, рәхим ит, тик һин чех телен бар нескәлегендә үҙләштерергә тейешһең!
Әлбиттә, ошо юлдарҙы ҡайһы бер уҡыусылар: “Таптың үҫешкән Европа иле менән Башҡортос­танды сағыштырырға”, – тиер. Ризалашмайым, сөнки башҡа халыҡтарҙың да, шул иҫәптән башҡорт­тарҙың да уларға тиңлә­шеүен теләйем. Башҡорт теле бөйөк рус теле менән бер ҡатар Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле иҫәпләнә. Ә бит республи­кабыҙҙың бөтә матурлы­ғы ла тап ана шул туған телгә бәй­ле: шул телдә халыҡ йырҙа­рын йырлайбыҙ һәм тыңлайбыҙ, театрҙарыбыҙ, мәктәп, вуздар, йәмәғәт учреждениеларында ошо телдә аралашалар. Чехтар ҙа бит ҡасандыр әллә нисәмә йөҙәр йыл буйы словактар, русынялар (Карпат халыҡтары), джунгарҙар (венгрҙар), немец телле австриялар йәшәгән Австрия халҡын берләштергән Австро-Венгрия дәүләте составында йәшәгән, ә немец теле иһә уларҙын милләт-ара аралашыу теле булған.
Сит телдәр файҙаһына баш­ҡорт теле дәрестәрен кәметеү социализм заманында ла булды, билдәле. Мин үҙем дә шул һы­науҙарҙы үткәнмен. 70-се йыл­дарҙа, мәҫәлән, русса уҡымаһаң, йәнәһе лә, юғары уҡыу йортона инә алмайһың, тип ҡурҡыта торғайнылар. Бөгөн иһә был ҡурҡытыу аргумент була алмай, сөнки заман үҙгәрҙе. Хәҙер ауыл мәктәптәрендә лә рус теле лә, сит телдәр ҙә уҡытыла, балалар тыуыу менән кеҫә телефонынан һөйләшә, интернетты үҙләштерә башлай.
Рус теле сәғәттәре етерлек, ә сит телдәрҙе өҫтәмә рәүештә өйрәнергә теләүселәр репети­торҙар менән эшләһен. Әлбиттә, мәктәптә юғары кимәлдә уҡы­тылмаһа, быныһы инде – икенсе мәсьәлә. Тимәк, был тәңгәлдә лә ғалимдарыбыҙға, вуз уҡытыу­сыларына һәм ата-әсәләргә уйланырға урын бар. Ни өсөн шулай тим? Сөнки сит илгә килеп уҡыған бөтә Рәсәй студенттары үҙенең тәүге семестрын инглиз телен яңынан өйрәнеүҙән, тимәк, телде өйрәнеү өсөн аҡса түгеүҙән башлай. Әгәр Башҡортостан вуздарында һәм мәктәптәрендә сит телдәр яҡшы кимәлдә уҡытылһа, был хәл булмаҫ ине.
Йәштәребеҙ сит илдәрҙә лә уҡыһын, үҙебеҙҙә лә сит дәүләт йәштәре күпләп белем алһын, был бит республика ҡаҙнаһына аҡса килтерә тигән һүҙ. Әгәр Рәсәйҙә, Башҡортостанда алған белем сит илдәрҙә лә ҡулла­нылыш тапһа, насармы ни? Ни өсөн бөгөн беҙҙәге белем башҡа дәүләттәрҙә ҡулланылыш тапмай? Батыр, талантлы халыҡтың телен уҡытырғамы-юҡмы тигән һорау өҫтөндә баш ватҡансы, бына нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк беҙгә бөгөн! Ҡасандыр, ана Ломоносовтар, Петр Беренсе Европала уҡып ҡайтып, Рәсәйҙе алға ебәреү буйынса ниҙәр генә эшләмәгән! Башҡортостанға ла, Рәсәйгә лә бөгөн тап улар кеүек белемле, алға, мәғрифәткә ын­тылған, глобалләшеү заманында айыҡ аҡыллы фекер йөрөткән йәштәр кәрәк! Улар – беҙҙең киләсәгебеҙ.
Әлбиттә, халыҡтар араһында бер тигеҙ үҫешеү өсөн Башҡорт­остан балаларына ла сит ил телдәрен камил үҙләштерергә кәрәк, ләкин башҡорт теле иҫә­бенә түгел, ә сит ил телдәрен уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу иҫәбенә. Йә, әйтегеҙ, ҡай­һы­ғыҙҙың балаһы баш ҡаланың элиталы гимназияларын тамамлаған көйөнә инглиз йәки немец телен һыу кеүек эсә? Әлбиттә, барҙыр, тик ундайҙар, үкенескә ҡаршы, бик аҙ.
Ломоносов, Петр Беренселәр, мәҫәлән, Европала сит телдәрҙе өйрәнһә лә, бер ҙә голландҡа йәки немецҡа әйләнеп ҡайтмаған бит, иң мөһиме – кеше һәм үҙ иленең патриоты булып ҡалған. Шуға күрә рус телен, сит телдәрҙе уҡытырғамы-юҡмы тигән һорау тормаған кеүек, башҡорт телен уҡытырғамы-юҡмы тигән һорау бөтөнләй тормаһын ине, ә теләк менән уҡытыу хаҡындағыһына өҫтәп, йәнә лә шуны әйтер инем: мәҫәлән, рус телен күптән инде һәр башҡорт юғары кимәлдә үҙләштергән. Бөгөнгө глобал­ләшеү заманында донъя халыҡ­тары икешәр-өсәр телле булып бөттө. Шулай булғас, әйҙә, ба­лаларыбыҙ башҡорт телен дә, рус телен дә, сит телде лә үҙ­ләштерһен – был уға ҡамасаулыҡ итмәйәсәк, киреһенсә, киләсәккә инвестиция ғына буласаҡ.
Интернет селтәрендә рус телле авторҙар “балам башҡорт телен уҡыны, тик бер нәмә лә белмәй, йүнле дәреслектәр юҡ” тип талап итә икән, тулыһынса килешәм. Артта ҡалабыҙ, иптәш­тәр. Башҡорт телен бүтән милләт вәкилдәре өйрә­нерлек башҡорт теле дәрес­лектәре ҡайҙа? Беҙҙә ундай китаптар юҡ кимәлендә. Ә сәбәбе – беҙҙең тарҡау­лыҡта. Тәжри­бәле, белемле практик уҡы­тыусылар өсөн конкурс иғлан итәйек, уларҙың һәр ҡайһыһы, кәм тигәндә, фән кандидаты кимәлендә эшләй.
Кем үҙе башҡорт була тороп туған телен балаһы өсөн артыҡ йөк иҫәпләй, төптө хаталана. Бала сит телдәрҙе үҙләш­тергәндә, ят һүҙҙәр тап туған тел аша һеңә. Яңы тыуған балаға нисә телдә һүҙ ҡушһаң, ул шунса телде аңлай. Немец, чех ға­лимдарының тәжрибәһе шуны күрһәтә: сабый бер юлы бер нисә телде үҙләштерергә һәләтле. Беҙ быны, Германияла йәшәүсе ейән­дәребеҙ аша тәжрибә үткәреп, үҙебеҙ ҙә аңланыҡ: мәҫәлән, ейәнем Рәүил менән ҡыҙым башҡортса ла, русса ла (рус теле ватандаштарыбыҙ менән аралашыу өсөн кәрәк), ирем – чехса (беҙгә Чехияла ҡунаҡҡа килгәндә урамда балалар менән аралашыу, уйнау өсөн), үҙем тик башҡортса, ә атаһы – немец те­лендә һөйләшәбеҙ. Һөҙөмтәлә ейәнем, ғүмере оҙон булһын, башҡортса мөхит булмағас, таҙа итеп башҡортса һөйләшә алмаһа ла, яҡшы аңлай һәм мин һөйләгән хәбәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй ата­һына немецсаға ауҙарып бирә, хатта ҡыҙым менән башҡортса серләшә лә алмайбыҙ. Ә балалы өйҙә, үҙегеҙ беләһегеҙ, сер тормай. Бер үк ваҡытта иптәшем менән чехса һөйләшә, ә туған теле – немец теле.
Шәхсән үҙемдән сығып, шуны өҫтәр инем: сит телдәрҙе өйрәнгәндә фекерләү, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау, сағыштырыу ҡеүәһе лә тап башҡорт теле аша килә – бер ҙә немец йәки рус теле аша түгел. Әгәр Хоҙай Тәғә­лә һине башҡорт мөһөрө һуғып тыуҙырған икән, шул тел менән үләһең – туған тел дә кешенең үҙе менән бергә үлә, ләкин балаларында ҡала. Туған тел бер ваҡытта ла бала өсөн “артыҡ тел” түгел, ул балағыҙға яңы ишектәр асасаҡ, уны башҡалар янында мәҙәниәтле, интеллигент яһаясаҡ!
Хәҙер ата-әсә балаһынан йә балерина, йә шағир, йә экономист яһарға ынтыла. Ә тормошта кәрәкле бүтән һөнәрҙәрҙе кем һайлар һуң? Европала иң үҫеш­кән Германияны ғына алһаҡ, эйе-эйе, уның халҡының тик 13 проценты ғына юғары белемле, ә Чехияла – 43 проценты, ә беҙҙә, Рәсәйҙә, йөҙ процент тиерлек, тик уҡытыуҙың сифаты ғына ҡалыша. Хатта ҡайһы бер егет һәм ҡыҙҙарҙың юғары белем алыуы тураһында икешәр дипломы бар, тик ул дипломы буйынса эш таба алмай, баҙарҙа һатыу итә, сөнки бөтә донъя экономистар, юристар менән тулған. Шул уҡ ваҡытта төплө белемле, аҡыллы адвокаттар, юрист-консульттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡөрьән-Кәримдә әйтелеүенсә, һәр әҙәм балаһына Аллаһы Тәғәлә ниндәйҙер һәләт биргән һәм шул сифаты уға үҙ икмәген эшләп ашарға сәбәп итә. Ә Ер йөҙөндә халыҡҡа кәрәк ниндәй генә һөнәрҙәр юҡ! Ләкин был хаҡта уйланмайбыҙ, балабыҙ тик вузда уҡыһын тип тырышабыҙ, артабан ул нисек йәшәр – был хаҡта аңларға ла теләмәйбеҙ.
Мәҡәләмдең башына чех халҡының тәүге президенты, ябай ауыл тимерсеһе ғаиләһендә чех телендә һөйләшеп үҫкән Томаш Гарри Масариктың “Күпме телде беләһең, шунса кешеһең” тигән һүҙҙәрен ҡуйғанмын. Ошо шәхес немец, француз, инглиз һәм чех телдәрендә иркен һөйләшкән, фән докторы, профессор дәрә­жәһенә өлгәшкән. Унан ҡала етәкселек иткән башҡа прези­дент­тарҙың барыһы ла өсәр-дүртәр телдә иркен һөйләшә, ғилми дәрәжәләре бар. Мәҫәлән, Вацлав Клаус һәм унан һуң әле етәкселек итеүсе Милош Земан да чех, инглиз, немец, рус, француз телдәрендә иркен аралаша, икеһе лә ғалим. Телдәр белгән кеше халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ҡәҙерен белә, офоҡтары ла, уйҙары ла киңерәк була.

Чех Республикаһы.


Вернуться назад