Уңған бабайыбыҙ29.09.2017
Уңған бабайыбыҙ Деево халҡы бабайҙы нәҡ шулай тип йөрөтә. Утыҙ дүрт йыл элек, хәләл ефете баҡыйлыҡҡа күскәс, Фәтҡулла Зәбих улы ун бала менән тороп ҡала. Башҡа өйләнмәйенсә, бер үҙе уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Уйлап ҡараһаң, ысын ҡаһарман бит ул беҙҙең бабай!

Бөгөн Ер йөҙөндә йәмғеһе ике миллионға яҡын башҡорт иҫәпләнә. Күпселеге үҙҙәренең боронғо ерҙәрендә йәшәй. Силәбе өлкәһенең Нязепетровский районы Деево ауылында көн күргән Фәтҡулла Зәбих улы Зәбихуллин түбәндәгеләрҙе шәрехләй:
– Совет заманында ауылда теүәл 100 хужалыҡ ине, бөгөн 14 йортта ғына халыҡ йәшәй. Үҙем сығышым менән Башҡортос­тандың Балаҡатай районы Яңы Машҡара ауылынан, 1931 йылда ете балалы ҙур ғаи­ләлә тыуғанмын. Һуғыштан һуң, 1946 йыл­да, Деевоға күсенеп килдек. 1954 – 1957 йылдарҙа Чукоткала хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тракторсылар курсында уҡыным. Ошонда эшләй башланым, һуңлап ҡына өйләндем…
– Шул турала аныҡлабыраҡ һөйләп ебәрегеҙ әле…
– Ғаилә – һәр мосолман өсөн ныҡлы иман таянысы. Мин ул осорҙа 35 йәшкә еткәйнем, Фая Ситдиҡ ҡыҙы минән 10 йәшкә кесерәк. Иҫке Машҡара ауылы муллаһы 1966 йылда беҙгә никах уҡыны. Мулла бабайҙың: “Күп бала үҫтергән ҡатын Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклөһө булыр, сөнки Ҡиәмәт көнөндә өммәтебеҙ башҡаларҙан күмәгерәк булып, һоҡланып ҡалыр…” – тигәне хәтерҙә ҡалғайны…
Фәтҡулла Зәбих улы, оҙаҡ йылдар дауамында ауыр эштән биртәйгән бармаҡтарын бөкләп, һанап китте:
– Венера, Римма, Марат, Илгиз, Фәймә, Фәнис, Юлиә, Лариса, Фларис, Рифа – алты ҡыҙ, дүрт малай үҫтеләр. Ярҙамсыл, асыҡ күңелле булдылар. Тормошта уңыш ҡаҙанып, бәхеткә өлгәштеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе арабыҙҙа юҡ: Венера ҡыҙым – 40 йәшендә, Фәнис улым 39 йәшендә һәләк булып ҡуйҙы. Римма, Фәймә, Лариса ҡыҙҙарым, Марат улым Нязепетровский ҡалаһында, Рифа ҡыҙым (Өпәй – Уфалей) ҡалаһында, улдарым Илгиз менән Фларис Ханты-Мансиҙа ғаилә ҡороп йәшәй. Бөгөн 28 ейән-ейәнсәрем бар, инде уларҙың да 14 ҡыҙы һәм улы донъяға килде. Ҡыҙым Юлиә менән бергә йәшәйбеҙ. Хәләл ефетем Фая бөгөнгө тормошобоҙҙо күреп, һоҡланып, эргәмдә торған кеүек – уны гелән шулай күҙ алдыма килтерәм. Уның матур итеп туҡмас киҫкәне, икмәк бешергәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. Фаямдың иҫтәлеге миңә тормошомда көс бирә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте.
Төп терәгем Фаям иҫтәлеге булһа, икенсеһе – иман, тиер инем. Минең өсөн иман – дөрөҫ йәшәү һәм тырышып эшләү рәүеше. Иҫерткес эсемлектәрҙән йыраҡ торҙом. Йәнә ун балам минең өсөн үҙҙәре таяныс булды. Улдарым утын, бесән әҙерләшә, мал ҡараша, ҡыҙҙарым йортто тәртиптә тота, ашарға бешерә, керҙәрҙе йыуа. Әле лә ҡурала – ике һыйыр, өс тана, ике быҙау, һарыҡтар күп. Элек унлап баш йылҡы малы тоттоҡ, уларҙы былтыр ғына һатып бөттөк. Әлегәсә дүрт умартам бар – уныһы үҙе бер оло ҡыуаныс.
Үҙемдең Т-40 тракторым менән етерлек бесән әҙерләйем, утын ташыйым… Эш етерлек.
86 йәшлек Фәтҡулла бабайҙың шулай тракторҙа етеҙ эшләүен, хатта күршеләренә ярҙам итеүен күреп, ауылдаштары ихлас һоҡлана. Уңған бабайҙары – улар өсөн дөрөҫ йәшәү өлгөһө.
Фәтҡулла бабай һүҙен дауам итә:
– Ауылыбыҙҙа, бәләкәй генә булһа ла Иман йорто – мәсет төҙөп ҡуйырға ине. Мин ғүмерем буйы Аллаға ышанып йәшәйем. Ике яғымда һәр саҡ ике фәрештә баҫып торғанын һиҙәм кеүек. Кирәмүн менән Кәтибүн беҙҙең барлыҡ эштәребеҙҙе Ғәмәл дәфтәренә яҙып бара. Береһе, уң яҡта тороп – яҡшыларын, икенсеһе, һул яҡҡа баҫып, ямандарын теркәй. Әгәр беҙ, ғаиләләребеҙҙе хәстәрләп, барлыҡ көстәребеҙҙе һалып тырышһаҡ, фәрештәләр гелән йылмайып, ғәмәлдәребеҙҙә яңы көс-дәрт һалып торор…

Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.


Вернуться назад