Битемде һипкелләй
14.04.2012
Тышта көн аяҙ —
Килде көләс яҙ.
Кәмәләр йөҙә
Күләүектәрҙә.
Ер йөҙөн ҡояш
Йылыға урай,
Минең битемде
Һипкелләп нурлай.
Гөлгөнә ҮТӘГӘНОВА,
Ҡарағай мәктәбе уҡыусыһы.
Ғафури районы
Вернуться назад