Ҡиәфәтеңә ҡарап, милләтеңде баһаларҙар29.09.2017
– Төн еткәс тырнаҡ ҡырҡма – шайтан уны ашыңа һалыр, ти торғайны өләсәйем. Ысынлап та ярамаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. ИШЕМОВА.
Хәйбулла районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәү сиратта һәммәгеҙҙе лә яңы 1439 һижри йылға аяҡ баҫыуыбыҙ менән ихлас тәбрикләйем. Ул мөбәрәк булһын, иншаллаһ! Күгебеҙ аяҙ, донъялар имен торһон. Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп, шатлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, изгелек өләшеп йәшәйек. Шул сағында, иншаллаһ, һынауҙарға һынмаҫбыҙ, күңелебеҙҙә шәфҡәтлелек, көс-дәрт, тормошобоҙҙа нур, ҡот-бәрәкәт артыр.
Һорауға килгәндә иһә, шәриғәттә тырнаҡты, сәсте ҡырҡыуҙың тәғәйен ваҡыты билдәләнмәгән. Шулай ҙа тәҡдим ителгән мәле бар. Мәҫәлән, тырнаҡты кесе йома йә йома иртән, йәғни йәмәғәт намаҙына барырҙан алда ҡырҡыу – Пәйғәмбәребеҙҙән ҡалған тәртип. Тимәк, сөннәт. Ҡул тырнаҡтарынан һуң шунда уҡ аяҡтыҡын да ҡырҡырға кәрәк, ике эште айырым эшләү кәңәш ителмәй. Аҙаҡ йыуыныу зарур, бәғзе дин белгестәре ғөсөл ҡойоноу кәрәклеген дә әйткән.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, таҙарыныу, пакланыу – Исламдың төп нигеҙе. Ә “тырнаҡты төнөн ҡырҡырға ярамай – уны шайтан ашҡа һалыр” тиеүҙең мәғәнәһе шундалыр: эште улай уҡ һуңға ҡалдырыу дөрөҫ түгел бит. Ҡараңғыла, йоҡо баҫҡанда, иғтибарҙың кәмеүе, арыу сәбәпле нимә генә булмаҫ: мәҫәлән, тырнаҡ иҙәнгә төшөп китеп, уны тапмауың да ихтимал. Әлеге һүҙ шунан килеп сыҡҡандыр ҙа: юғалғанды шайтан табып алып, ашыңа һала, йәнәһе. Әйтелгәндең нигеҙендә һәр нәмәне ваҡытында башҡарыу, таҙалыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа, теүәллеккә ынтылыу мөһимлеге ята.
Мосолмандың йәне лә, тәне лә таҙа булырға тейеш. Ғөмүмән, улар икеһе бер-береһенән айырылғыһыҙ. Күңелдең паклығы тышҡы ҡиәфәттә сағылыш таба бит. Ошо урында йәнә бер ҡат Ябраил фәрештәнең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына ир сүрәтендә килеүе хаҡындағы хәҙисте иҫкә төшөрәйек. “Эргәбеҙгә көтмәгәндә күҙҙе сағылдырырҙай аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды. Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, уны юлсы тип әйтеү ҙә мөмкин түгел ине...” тигән һүҙҙәр бар был хәҙистә. Һәр мосолман ошоно өлгө итеп алырға тейеш. Ҡайҙа йөрөһәң дә, хатта ки оҙон юлда ла күркәмһеҙлеккә, төҫ-ҡиәфәтеңә ҡарата битарафлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай. Һәр кемгә ҡарап, уның диненә, милләтенә, тыуған еренә баһа бирәләр бит. Тимәк, һәр ваҡыт юғарылыҡҡа, бәҫте һаҡларға һәм күтәрергә ынтылыу зарур – был йәһәттән һәр беребеҙгә ҙур яуаплылыҡ һалынған.
Аят-кәримәләргә, хәҙистәргә күҙ һалайыҡ: “Таҙалыҡ – имандың яртыһы”, “Аллаһ пакланғандарҙы ярата”, “Йомала йыуыныу бәлиғ булған һәр кем өсөн мотлаҡ”, “Аллаһ Тәғәләм! Аҡ кейемде бысраҡтан таҙартҡан кеүек, мине лә, гонаһтарымды ярлыҡап, паклаһаңсы”, “Эй һин, кейемеңә бөркәнгән! Тор ҙа өгөтлә! Раббыңды олола! Кейемеңде сафла!”, “Мәсеткә барған һайын таҙа әйберҙәрегеҙҙе кейегеҙ”, “Эш кейеменән тыш, йома өсөн ике күлдәк алыу берәүгә лә зыян килтермәҫ” һ.б. Мәғлүм ки, Исламда әҙәм балаһын мәңгелеккә лә йыуындырып, аҡҡа төрөп оҙаталар. Ғөмүмән, Исламда аҡ төҫкә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Ул кешегә үҙенсәлекле сафлыҡ өҫтәй, тән һәм йән таҙалығы, юғары рухлылығы, аҡылы, мәрхәмәтлелеге хаҡында һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә аҡ кейемдә йөрөргә яратҡан, башҡаларҙы ла шуға әйҙәгән. “Аллаһ сафлыҡты, матурлыҡты ярата”, – тигән ул.
Эйе, Исламда таҙалыҡтың, күркәмлектең, йыйнаҡлыҡтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Һәммәбеҙ ҙә паклыҡҡа, матурлыҡҡа, йән сафлығына, тән сәләмәтлегенә ынтылып йәшәйек, шайтанға тормошобоҙҙа урын бирмәйек, иншаллаһ. Һаулыҡтың, күңел бөтөнлөгөнөң нигеҙе был. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.