Ғүмер үрҙәрен артылғанда...27.09.2017
Кеше ғүмерен әллә нисә өлөшкә бүлергә була. Бала сағың, үҫмер мәлең, йәшлегең, хеҙмәттә үткән осороң... Һүҙем – геройымдың тотош ғүмер юлы тураһында. Ул осорҙо һәр кем үҙенсә үтә. Кемдер ата-инәһенә иркәләнеп үҫеп, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, осраған ҡаршылыҡтарға тиҙ генә бирешә. Икенсе берәү, был осорға сынығып килеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба, ныҡышып яңынан-яңы үрҙәр яулай. Сәләмәт тормош алып барыу, нәҫелеңде дауам иттерерлек быуын ҡалдырыу, Ватаныңа хеҙмәт итеү кеүек маҡсаттар ҡуйып, уға ынтылыу...


...Атайҙан иртә ҡалып, ғаиләлә иң өлкән ир бала булараҡ, әсәһенә кесе туғандарын үҫтерешеү, тәрбиәләшеү өсөн ауыр физик эштәргә егелә Ғайса. Туғыҙ йәшенән ат егергә өйрәнә, ҡолас ташлап бесән саба, утын әҙерләй, йорт-ҡураны рәтләп тота. Буй еткәс, армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә.
Ауырлыҡты еңеп өйрәнгән әсәһе, һуғыш осоро балаһы булһа ла, ете класс белемле Мәрүәс апай, үҙе етем үҫкәнлектән, балаларын нисек тә уҡытырға, уларҙы атайлыларҙан кәм-хур итмәҫкә тырыша. Ғайса мәктәптә тырышып ғилем туплай. Калуш эсендә ултырған бесәй балаһының һүрәтен тиҙ арала ысынбарлыҡтан айырмаҫлыҡ төшөрөүен күреп, әсә, әлбиттә, талантлы улына һөйөнә. Колхоз эштәренән һуң ҡулынан гармунын төшөрмәгән, теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшкән малайына ҙур өмөттәр бағлай.
Әммә рәссамлыҡты ла, гармунсы һөнәрен дә һайламай Ғайса. Ололар менән бергә колхоз хеҙмәтенә иртә егелгән үҫмерҙең коллективта ойоштороу һәләте, тырышлығы, һәр эште етди күҙлектән сығып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарғаны күренә. Ишҡол мәктәбен тамамлағас, Ирәндек буйындағы Сибай яҡтарына йүнәлә Ғайса. Ул ваҡытта йәштәрҙең күбеһе, бигерәк тә ир-егет, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләй, сөнки колхоз-совхоздарҙа эш күп, фермаларҙың гөрләп торған сағы. Ғайса дүрт йыл уҡып, зоотехник дипломы ала. Әбйәлил районының Байым һөтсөлөк-тауар фермаһында практика үтә. Тырыш, эшһөйәр, белемле, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған егетте шунда уҡ күрәләр һәм үҙенең тыуған төйәгендәге Калинин исемендәге колхозға зоотехник итеп эшкә алалар.
Артабан Ғайса Арыҫлан улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлай. Туған колхозын ташлап ситкә китмәй, бар көсөн, белемен, һәләтен уның иҡтисади яҡтан үҫешенә, һәр төрлө тармаҡты берҙәм күтәреүгә йүнәлтә. Һөҙөмтәлә Калинин исемендәге хужалыҡты 1985 – 2003 йылдарҙа районда ғына түгел, Башҡортостанда ла алдынғылар рәтенә ҡуялар. Әбйәлилдә тик ошонда ғына ҡиммәтле башҡорт тоҡомло аттар һаҡлап ҡалына. Үҙгәртеп ҡороу осоронда йылҡысылыҡ тармағынан йәй аҡса эшләргә өйрәтә хужалыҡ рәйесе. Продукцияны районда ғына түгел, Магнитогорск ҡалаһына ла сығарып һаталар.
Совет осоронда халыҡ хужалығы иҡтисадын тиҙ арала үҫтереү өсөн биш йыллыҡтар үтәргә йөкләмә бирелә. Планға ярашлы, колхоздар дәүләткә ит, һөт, йөн, йомортҡа тапшырыу буйынса көсөргәнешле эшләй. Ғайса Вәлиев етәкселек иткән хужалыҡ та туғыҙынсы-унынсы биш йыллыҡтар ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн бар көсөн һала. Һәр һыйырҙан өс-дүрт мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшәләр. Тауыҡ фермаһында ла эш ҡайнай, һарыҡсылыҡ тармағы үҫешә. Барлыҡ хеҙмәтсәндәр яҡшы тормошҡа ынтыла. Бөтә был ҡаҙаныштар зоотехниктың тырыш хеҙмәтенә бәйле. Ул тағы ла уңышлыраҡ эшләү юлдарын эҙләй, колхозсыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, һаулығын нығытыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмай. Ғайса Арыҫлан улын профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Һигеҙ йыл ошо йөктө тарта ул.
Үҙгәртеп ҡороу башланып, Совет власы юҡҡа сыҡҡас, бар ғүмерен коммунизм идеяларын тормошҡа ашырыуға арнаған, Ленин юлынан тайпылышһыҙ атлаған колхозсылар, етәкселәр албырғап ҡала. Илдә – билдәһеҙлек. Етмәһә, колхоз системаһын бөтөрөү тураһындағы указ сыға. Дәүләт ауыл хужалығына арты менән боролғандай була, уға илтифат бөтөнләй юҡ кимәлендә. Кредит, дотация ла бөтөрөлә. Колхозсы үҙен үҙе аҫрарға, етештергән барлыҡ төр продукцияны аҡсаға әйләндереп, хужалығын артабан йәшәтергә тейеш. Әммә предприятиелар тауар өсөн үтә осһоҙ хаҡ ҡуя. Колхоздарҙың дәүләт алдындағы бурыстары мал-тыуар иҫәбенә ҡаплана башлай. Яҙғы сәсеү эше ауыр проблемаға әйләнә. Яғыулыҡ-майлау материалдарына киткән сығымды һөтләтә лә ҡаплап булмай. Эшселәр ҡыҫҡартылыуға дусар ителә. Һөтсөлөк, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ рентабелһеҙ тип табыла. Ауылдарҙа элекке ҙур фермаларҙың ҡоро буш һарайҙары, ҡайһы берҙәренең һөлдәһе генә һерәйеп күренә. Колхозсыларға эш хаҡы түләнмәй. Һөрөнтө ерҙәр буш ята. Техника иҫкергән. Яңыларын алыуға дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ... Ә бер аҙҙан кире ҡайтарыла торған кредиттар бирелә башлай. Әммә юғары процент менән. Ни эшләргә? Ғайса Арыҫлан улы көнө-төнө баш вата... Бына һиңә коммунизм! Атай-олатайҙарының хыялы бер көндә селпәрәмә килде. Һуңғы һулышына тиклем халҡын яҡшы тормошҡа ынтылдырған фронтовик – Шайморатов һалдаты булған Садиҡ олатаһы – бындай үҙгәреште күрһә, ни әйтер ине икән?
Бирешмәй яугир ейәне. Кеҫәһенә бер тин хәрәм һалмаған етәксенең халҡы, райондаштары алдында абруйы ҙур. Иң мөһиме – колхозсы­ларҙың ышанысын яулау. “Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй”, ти халыҡ. Кәңәшләшеп эш итергә кәрәк. Шунһыҙ колхоздың иҡтисадын йүгәнләп тотоп булырмы? Эшеңдә ныҡлы командаға таяныу һыуһағанда һыу эскәндәге кеүек кәрәк. Ни ҡәҙәре егәрле һәм йүнсел булма, бер төптән эшкә егелгәндә генә маҡсатыңа өлгәшерһең. Намыҫлылыҡ менән рәттән бүтән һәләттәргә эйә булыу ҙа мөһим. Яҡшы лектор, пропагандист, дипломат, сәйәсмән... Экономиялап, нисек тә сығымдарҙы кәметергә, юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫҡа тырышыуы бушҡа китмәй Ғайса Арыҫлан улының. Әлегәсә булған тармаҡтарҙы юҡҡа сығармай, киреһенсә, үҙ ерлегендәге тәбиғәт материалдарынан, йәғни йәлпәк таштарҙан ҡошсолоҡ фермаһы, гараж, йәйләүҙәрҙә ҡарағайҙан йорттар төҙөтә, башҡа уңайлыҡтар булдырыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә Калинин исемендәге колхозды бөтөрмәй һаҡлап алып ҡала. Әммә булдыҡлы етәксене район үҙәгендәге ер комитетына башлыҡ итеп эшкә саҡыралар. Оҙаҡ ҡына ризалашмай ул. Йәнтөйәген, үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон, емеш баҡсаһын, балыҡлы Ҡыҙылын ташлап киткеһе килмәй. Бығаса өйрәнелмәгән ер эшен аңлармы, яуаплы вазифаны атҡарып сыға алырмы?
...Ошоғаса еренә хужа булып йәшәргә күнеккән ауыл халҡы килеп тыуған проблемаларҙан аптырап ҡала. Төҙөлөш йәйел­дереү өсөн участканы махсус законлаштырырға кәрәк икәнлеге асыҡлана. Ер эше буйынса махсус белгестәр юҡ тип әйтерлек. Уларҙы әҙерләү ихтыяжы тыуып, юғары уҡыу йорто беренсе студенттарын ҡабул итә...
Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнгән Ғайса Вәлиев — талапсан етәксе. Эш урынында ҡаты тәртип урынлаштыра ул. Ер һәм тормошо шуға бәйлеләрҙең яҙмышы өсөн көйә, хакимдар менән бәхәскә ингән осраҡтары йышая. Яңы системаға ярашлы, закондар әленән-әле үҙгәреп кенә тора, белемеңде даими камиллаштырыу зарур. Ғайса Арыҫлан улы етәкселек иткән команда эш һөҙөмтәләре буйынса республика кимәлендә премия менән бүләкләнә. Был вазифаға ул ете йыл ғүмерен арнай.
Ғайса Арыҫлан улы 2009 йылдан райондың газ хеҙмәтенә етәкселек итә. Әле иһә урман хужалығында эшләп, хаҡлы ялға йыйына. Ағас уның ҡулдарында сынъяһауға әйләнә. Тирә-яҡ донъяны бар матурлығында күргән ир-уҙаман фантазияға бай. Йыһаздары семәрле лә, зауыҡлы ла, уңайлы ла.
“Һәр бөйөк ирҙең артында бөйөк ҡатын-ҡыҙ тора”, — ти инглиз әйтеме. Ғайса Арыҫлан улын ярты һүҙҙән аңлап торған ҡатыны Таңсулпан – уң ҡанаты. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы, икеһен дә юғары белемле итте.
Һәр көнө эш өҫтөндә үтә Ғайса Арыҫлан улының. Хеҙмәт юлы бай, емешле. Илен, ерен, һыуын данлаған улын республика Хөкүмәте 2005 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән данланы. Яҡташыбыҙ хаҡлы рәүештә Әбйәлил районының энциклопедияһына индерелде, хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Илһөйәр Ғайса Арыҫлан улының тормошо артабан да тик үрҙәрҙән генә торһон!






Вернуться назад