Барыһы ла шат14.04.2012
Күккә ал шар эленде,
Ергә нурҙар эркелде.
Белдем инде: яҙ килде,
Йылы тыны бөркөлдө.
Шатландырып күңелде,
Сәскәләр ҙә күренде.
Ана, ҡоштар һайраша:
“Яҙ килгәнгә беҙ ҙә шат!”
Айгизә ҒАРИПОВА,
Манышты мәктәбе уҡыусыһы.
Белорет районы