Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер27.09.2017
Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер Башҡортостан тәбиғәте бай, әммә ул да бөтмәҫтәй түгел
Ғүмереңдең ахыры яҡыная килә, уның бәғзе мәлдәре, ҡапыл ғына тоҡанған шәм һымаҡ, хәтер төпкөлдәрендә яҡтырып, күңелеңде берсә болоҡһотоп, берсә хисләндереп ала икән.


...Амангилде урта мәктәбендә беҙгә химиянан, биология һәм географиянан һабаҡ биргән уҡытыусым Хәкимйән ағай менән район үҙәгендә осраҡлы ғына тап булыштыҡ. Мөғәллимебеҙ, олоғайып барһа ла, һаман эшен ташламаған икән. Ағай әүәлгесә ипле һүҙле, алсаҡ. Ихлас­лығы ла күҙ ҡарашынан, үҙен тотошонан күренеп тора. Мин инде, Башҡорт дәүләт университеты студенты дәрәжәһен йөрө­төү­се булараҡ, фыртыраҡмын, борсаҡты эре ярам. Хәкимйән Имелбай улы, донъя­ның сөсөһөнән бигерәк әсеһен күберәк татыған кеше, хәҙер әйләнеп уйлауымса, йәштәрҙең осоноу ғәҙәтенә өйрәнгәндер инде, шуға ла, юлыңғай машина килеп сығыр-сыҡмаҫын көтөп көн уҙғарғансы, ауылыбыҙға Ҡырҡты һырты аша түтә, йәйәү атларға тәҡдим итте.
– Әйҙә, Марсель, йыбанмайыҡ, юл си­тен­дә саң йотоп ултырғансы, ҡуҙғалайыҡ, Ҡырҡтыны ял ала-ала үтербеҙ әле. Киттекме?..
Фронт юлдарын үтеп, мең михнәттәр кисереп ҡайтҡан оло ағайың дәртлән­де­реп торғанда, йәп-йәш көйө баҙнатһыҙ­ланаһыңмы инде – тәүәккәлләнек. Асҡар­ҙан Ҡырҡтыға ҡарап өс-дүрт саҡрым үтеүгә Ҡарайылға тип йөрөтөлгән һаҙмат урын, атлыға ла, йәйәүлегә лә мәшәҡәт булып, баҫҡан бер урында мөлкөлдәп ята. Үҙе арҡан буйлыҡ ҡына, һырттың көн­сығыш итәге буйлап аҙ ғына үткәс, һыуын Ҡолоҡас ауылы тирәһендә Оло Ҡыҙылға илтеп ҡоя. “Ҡоя” тип мул итеп әйтһәк тә, Ҡарайылға – Әбйәлил ерендәге атамаһы, йә һәр урында Ҡаран тип кенә йөрөтөлгән тиҫтәләрсә һыуҙарҙың береһе инде. Уларҙың күпселеге тумар, сытыр, тамыр, таш араһында ҡыҫылып, тауыш-тынһыҙ ғына аға. Уның ҡарауы, ошондай шишмә-инештәр әле булһа, ҡуйы ереклек, таллыҡ, муйыллыҡ, ҡарағатлыҡҡа йән биреп, сабынлыҡтарҙы дымға туйындырып, ҡош-ҡортто төйәкләндереп ята. Ғөмүмән, төртөп сыҡҡан бәләкәй генә инеш тә беҙгә ян-яғына күпереп үҫеүсе үләнен, емеш-еләген бүләк итә, әҙәм ба­лаһы ғына ошо өнһөҙ-тынһыҙ хеҙмәткәр­ҙәрҙең ни хәлдә йәшәүен, ниндәй хәүефтәргә дусар ителеүен күрмәмеш-белмәмешкә һалыша.
Туҡта, ҡасандан бирле Ҡарайылға һаҙматынан ары китә алмай яфаланам. Хәкимйән ағай, ана, һуғыш йылдарында фашистар ҡоллоғонда сәләмәтлеген ҡалдырыуға ҡарамаҫтан, тау үренә ҡарай хәтһеҙ китеп өлгөргән. Һырт арҡаһына етәрәк, емерелгән ҡәлғә диуарҙарына оҡшаш суҡы бар. Шул тирәлә генә, һуҡмаҡ өҫтөндә, әллә нисәмә кеше бер юлы ултырып хәл алырлыҡ яҫы таш ята. Йөҙҙәрсә йыл бихисап кешенең осаһынан таш келәнләнеп бөткән. Беҙ ҙә өйрәнгән урынға сүгәләнек.
Ағайым, үрҙә әйтелгән фәндәрҙән һабаҡ биргәнгәме икән, әллә тормоштоң ҡаҡҡылау-һуҡҡылауҙарынанмы, бик тә хисле кеше. Әле лә, күҙ күреме етмәҫ киңлектәргә ҡарап ултыра торғас, күңеле тулып киттеме, яурынымдан ҡосаҡлап үҙенә тарта биреп, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Бының сәбәбен мин алдыбыҙға иркен, матур донъяның асылыуынан тәбиғи йө­рәкһеүҙәлер тип аңланым һәм ағайымдың кәйефендә ниндәйҙер үҙгәреш булыуына, йәшлек ғәмһеҙлеге менән, илтифат итмәгәнмен.
– Бына, ҡустым, еребеҙҙең йәме лә, йәне лә, кешенең уға әйткән рәхмәте лә, килтергән зәхмәте лә ошонан, осорманан, асыҡ күренә инде. Ана, көн сығышында, әүәл башҡорттарҙың изге тауы һаналған Отасы булған урындан өйкөм-өйкөм булып ҡара болот күтәрелә. Тик һыу тамағы­нан, Яйыҡ буйынан, яуын алып килерҙәй болот түгел шул. Мәғнит комбинаты шулай төтәй, ҡустым...
Йәшермәйем, ул мәлдә уҡытыусымдың тел төбөн аңлай алмағанмын. Ысындан да, мең метрға еткән бейеклектән дәүләт­тең, һәммәбеҙҙең дә ғорурлығы булған Магнитогорск металлургия комбинатының асманды ҡаплап урғылған төтөндәренә, кис­тәрен домналарҙан ағылған шлак йыл­ғаларының утына ҡарауы кинәнес тә, күкрәкте ярырҙай шатлыҡ та уята ине бит.
Шулай булмай! Илдә генә түгел, Евро­палағы иң ҙур сәнәғәт предприятиеһы. Уны күмәкләп төҙөгәнбеҙ. Комбинат тарихында Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондарынан килеп эшләгән башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙарының исемдәре лә яҙып ҡалдырылған. Торараҡ үҙемә лә шул тарих менән танышыу форсаты тей­ҙе. Хәйер, күп йылдар, илебеҙҙе индус­триялаштырыу фекере дәүләт идеология­һы рәүешен алған саҡта, төтөнө борҡоп, гөрһөлдәп, бысраҡ һыуҙары йылға-күл­дәргә ағып торған завод-фабрикаларға ҡарап һоҡландыҡ, улар, ил ҡеүәтенең кәү­­ҙә­ләнеше булып, беҙҙе ғорурлан­дыр­ҙы. Фәүзиә Рәхимғолова: “Заводтарҙың оҙон мөрйәләренән борҡоп сыҡҡан ҡара төтөндәр болоттарға барып тоташҡандай күренә”, – тип яҙғайны. Эх, апай, ана шул төтөндәр һулар һауабыҙҙы, эсәр һыу­ҙарыбыҙҙы харап итә лә инде. Ҡырҡты арҡаһынан Хәкимйән ағай менән икәүләшеп сихырланып ҡарап ултырған Магнитогорск комбинаты изге Отасы тауы урынында тәрән соҡор ғына ҡалдырманы, ул Урал (Яйыҡ) йылғаһын да ғәмәлдә һәләк итте. Экология мәсьәләһендә Рәсәй Федерацияһында иң бысраҡтарҙың бере­һе һаналған Магнитогорск ҡалаһы предприятиелары 16 күлде, бихисап йылға, шишмә, инештәрҙе үҙенә һыйындырған Әбйәлил районы биләмәләренә лә, матди, социаль йәһәттән ярҙам менән бергә, һәләкәтле йоғонтоһон дауам итә.
Ҡырҡты һырты, ҡырыҫ йөҙөнә һис тә йомшаҡлыҡ ебәрмәй, беҙҙе геүләй башлаған урманы менән оҙатып ҡалды. “Йәһәтерәк атлайыҡ, ишетәһеңме, урман үкерә, йылға тамағынан дауыллы ямғыр килә, ахыры”, – тип, уҡытыусым аҙымын шәбәйтә төштө. Ағас араһынан юл күңел­ле була, елтәнләп атлай торғас, Ырғайҙы буйына килеп тә сыҡҡанбыҙ. Һибелмә ал­тынлы йылға ул, уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тиклем бында старателдәр прииск алтыны ҡомон йыуған. Йылға үҙәндәренә алтынсылар һалған яраны миңә Учалы районында ла, Баймаҡтағы Баҡыр Үҙәк, Күсей ауылдарында ла, Бе­лореттың Исмаҡайында ла күрергә тура килде. Тәбиғәттең аҫыл хазиналарын алам тип, кеше уның йөҙөндә уңалмаҫ йәрәхәттәр ҡалдыра.
Мөғәллимем менән осраҡлы ғына уҙған юл, хәтирәләр мине әллә ҡайҙарға алып кит­те. Бер мәл, исем-шәрифтәре бар донъя­ға мәғлүм геофизик, алдағы йыл­дың ғинуарында туҡһан йәшен теүәл­ләйәсәк оло дуҫым Наил Кәбир улы Юнысов менән Тәтер-Арыҫлан ауылында Кәбир ҡарт күтәргән йорт ихатаһы аша ғына ағып үтеүсе шишмә һыуынан кинәнгән иҫтә. Кәртә-ҡура тирәһенән аҡһа ла, шишмәлә буръяҡлыҡ та, монтар ҙа юҡ. Әйткәндәй, Стәрлебаш яҡтарына тә­би­ғәт йөҙҙәрсә инеш, шишмә бүләк иткән. Айҙарәле эргәһендәге Инешле тау (Ключевые горы) битләүенән генә йөҙгә яҡын сығанаҡ сулпылдап урғылып ята. Ғәжәпләнерлек хазина бит! Тик беҙҙә аҡҡан һыуҙың ҡәҙере юҡ шул.
Илдең географик картаһына күҙ таш­лаһаң, иғтибарҙы тартҡаны – йылғалар­ҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ булыуы. Улар Рәсәй киңлектәрендә йыш селтәр хасил итә. Тарихсылар фекеренсә, уның яҙмышына, урман һәм далалар менән бер рәттән, йылғалар ҙа йоғонто яһаған. Боронғо Рус дәүләтендә йылғаларҙы “Тәңре юлдары” тип йөрөткәндәр. Йәйҙәрен тәрәндәре балыҡсы кәмәһенән алып ҙур хәрби һәм сауҙа караптары өсөн төйәк булған. Яңы ерҙәр үҙләштереү йылғалар аша ойошторолған. Ҡалалар, ауылдар улар буйында төпләнгән. Боронғо Рус иленең пайтәхете Киев – бөйөк Днепрға, Мәскәү үҙенеке кеүек үк атамалағы йылғаға һыйынған. Хәйер, үҙебеҙҙең Өфө Ағиҙелдән айырылғыһыҙ. Белорет (Ҡа­тай), Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәр­ле­тамаҡ, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары ла кендектәре менән иң оло йылғабыҙ менән тоташҡан. Ағи­ҙелгә ошо ҡалаларҙың яҡынлығы, икенсе яҡтан, уның һыуын, һыуҙағы йән эйәләрен харап итә лә инде.
Статистикаға мөрәжәғәт итһәк, Рәсәй биләмәләрендә ике миллиондан күберәк йылға аға. Уларҙың йәмғеһенең оҙонлоғо алты миллион 500 мең километрға етә. Республикабыҙҙа 13 мең самаһы йылға бар. Әлбиттә, күпселеге Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Дим, Өршәк һымаҡ ҙур түгел ин­де. Ләкин уларҙың караптар йөҙгәнен дә, таштарына иркәләп, селтерләп кенә сер һөйләгәнен дә ҡәҙерләргә кәрәк. Һыуҙы эскәндә шишмәһен онотоу – хилаф эш.
...Һәр йәй, бесәнгә төшөр алдынан, Ғарифулла олатайым бер-ике көнгә Бөрйәнгә тартым яҡҡа сығып китә. Ҡайты­уына, арбаһының оҙон күкрәген эйелтеп, таш тейәлгән була. Улар ябай ғына түгел, ә Ҡараһыуҙың ҡайраҡ ташы. Олатай унан ауылда салғы тотҡан һәр кемгә өлөш сығара. Ысындан да, болондо яңғыратып салғы янып ебәргәндә, кибеттә һатылғандары ары торһон. Атамаһын күптәр белмәгән Ҡараһыу йылғаһы шулай хатта ташы менән дә кешеләргә хеҙмәт итте.
Тәбиғәткә, уға ҡарата мөнәсәбәтебеҙ тураһында әйтер һүҙ, йәшермәйем, әле байтаҡ. Әммә оҙон тәбәрәккә төшмәй, уны бөгөнгә түңәрәкләп торайыҡ. Бик һуҙмай, насип булһа, темаға йәнә әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.




Вернуться назад