Яңылыҡтар27.09.2017
Эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаһа
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында 2017 йылда төбәктәге хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү йәһәтенән өҫтәмә саралар раҫланды. Программа проекты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан эшләнде.
Документта халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе алдан һөнәри уҡытыу, инвалидтарға стажировка үткәреү, ошо өлкәлә әүҙем сәйәсәтте тормошҡа ашырыу кеүек саралар күҙ уңында тотола. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, был эштәрҙе башҡарыу һөҙөмтәһендә ҡайтанан һөнәри белем алған хеҙмәткәрҙәрҙең 97, инвалидтарҙың кәмендә 60 проценты эш менән тәьмин ителәсәк.
– Ошо эштәргә бүленгән аҡсаның 13,5 миллионы һөнәри белем биреү, инвалидтарға стажировка үткәреү буйынса өҫтәмә сараларға, 66 миллион һумдан ашыуы әүҙем мәшғүллек сәйәсәтенә йүнәлтеләсәк, – тине министр.
Аралашып йәшәү файҙалы
Бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл булғандар халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә тос өлөш индерә. Уларҙың эшен йәнләндереү йәһәтенән етәкселек тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә: махсус программалар ҡабул ителгән, ташламалар бар. Шулай ҙа был юҫыҡта хәл итәһе мәсьәләләр юҡ түгел. 28-29 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәренең өсөнсө йыйыны һөҙөмтәле булмаҡсы. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында һүҙ шул хаҡта барҙы.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Сәмидов билдәләүенсә, ошо ҡыҫҡа арауыҡта был йыйын үҙенең маҡсатына өлгәшкән, ярайһы уңыштар бар. Шулай ҙа йыл һайын көн ҡаҙағына ҡуйылған мәсьәләләр үҙгәрә бара. Тиҙҙән үтәсәк бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса йыйындың маҡсаты ла осраҡлы түгел. Мәҫәлән, бөгөн был тармаҡта мәшғүл булғандарҙың продукцияһын экспортҡа оҙатыу йәһәтенән шаҡтай проблемалар бар. Башҡа төбәктәрҙә был бурыс нисек тормошҡа ашырыла? Уларҙы хәл итеү йәһәтенән эшлекле һөйләшеү көтөлә.
Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына алға китеп булмай, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыу өсөн бүтәндәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу, фекер алышыу мотлаҡ. Башҡа илдәрҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр нисек көн итә? Уларҙа уңғандарҙы дәүләт тарафынан дәртләндереү өсөн ниндәй алымдар ҡулланыла? “Түңәрәк өҫтәл”дәр, фекер алышыу майҙансыҡтарында делегаттар ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәк.
Йыйында Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, шулай уҡ Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән бөтәһе 1300 самаһы делегат ҡатнаша.
Дәүләт ярҙамы арта
Ауыл хужалығы министрлығы фермалар төҙөгән Рәсәй эшҡыуарҙарына дәүләт ярҙамын арттырыу мәсьәләһен тикшерә. Аграрийҙарға сығымдың бер өлөшөн төбәк бюджеттары һәм грант биреү иҫәбенә ҡапларға тәҡдим ителә.
Элегерәк ауыл хужалығы өлкәһендәге йүнселдәргә дәүләт ярҙамы фермаларҙы яңыртыуға бөтә сығымдарҙың 60 процентына етһә, хәҙер был күрһәткестең 80 процентҡа тиклем артыуы ихтимал. Ҡалған 20 процентты төбәктәр ҡаплаясаҡ.
Бындай башланғыс грант алыусыларға финанс баҫымды кәметеү, фермерҙарҙың, кооперативтарҙың матди-техник базаһын яңыртыу һәм үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. Ауыл хужалығы министрлығының тағы ла бер тәҡдиме эшҡыуарҙарҙы оҙайлы ямғырҙан страховкалауға ҡайтып ҡала. Яуым-төшөм күп булған осраҡта уңышҡа килгән зыянды ҡапларға тәҡдим ителә. Әйткәндәй, был яңылыҡ эксперттарҙың күпселегендә хуплау тапты.
Ҡытай тракторҙарын йыябыҙ
“Башсельхозтехника” предприятиеһының Шишмә филиалында ҮТО фирмаһы тракторҙарын йыя башланылар.
Быйыл йәй республикабыҙға Ҡытайҙан тәгәрмәсле тракторҙарҙың алты комплекты килтерелгәйне. Дүрт модель йыйылды һәм төрлө шарттарҙа һынап ҡаралды. Экспорттарҙың фекеренсә, сит ил тракторҙары Рәсәйҙә етештерелгәндән бер ҙә ҡалышмай.
Берлектәге Башҡортостан–Ҡытай производствоһы “Чжифан” компанияһы тарафынан инвестиция проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә барлыҡҡа килде. Проект Башҡортостанда ҡеүәте 80 – 220 ат көсө тәшкил иткән ҮТО тракторҙары етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙ уңында тота. Инвестиция күләме 2 миллиард доллар тәшкил итәсәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, агросәнәғәт комплексы предприятиелары урында йыйылған тракторҙарҙы ярты хаҡҡа һатып аласаҡ – хаҡтың 50 процентын субсидия менән ҡаплаясаҡтар.
Хуш, ураҡ!
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,6 миллион гектарҙа (93 %) сабылған һәм һуғылған.
Уҙған ял көндәрендә Стәрлебаш, Бәләбәй, Баҡалы, Шаран, Краснокама, Иглин, Благовещен райондары аграрийҙары ашлыҡ сабыуҙы тамамланы. Хәйбуллалар иһә ураҡты тулыһынса йомғаҡлап ҡуйҙы. Улар 104,8 мең тонна иген йыйып алды. Гектарынан уртаса уңыш 14,3 центнер тәшкил итә. 13 райондың ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйған. Иң юғары күрһәткес стәрлетамаҡтарҙа – 182,8 мең тонна. Ураҡ кампанияһы аҙна аҙағына тамамланырға тейеш.
Илештә – өй туйы
Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы республика программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.
Уға ярашлы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды. Бөтәһе 68 кеше фатир алды. 2013 – 2017 йылдарҙа ошо программаға ярашлы авария хәлендәге 10 йорттан халыҡ яңы торлаҡҡа күсерелде.
И. ХАҠОВ, Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.