Туған телгә рәхмәт!27.09.2017
Башҡортостан халҡын республика Мәғариф министрлығы башлаған “Туған телгә рәхмәт” хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

– Һеҙ туған тел уҡытыусыларына дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ, замансараҡ, сағыуыраҡ итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтә алаһығыҙ, – тип мөрәжәғәт итәләр ведомствонан. – Акция нигеҙендә өйөгөҙҙә һаҡланған туған телдәге китапты сканерҙан үткәреп, сайтҡа ҡуя, мәктәбегеҙгә гәзит-журналға яҙыла, уҡыу программаһындағы әҫәрҙәрҙең слайдтарын эшләп, медиатеканы тулыландыра алаһығыҙ. Ижадығыҙ туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мөһим.
Акцияның координаторы – Гүзәлиә Исхаҡова. Телефоны: (347) 218-03-53. Материалдарҙы Башҡортостан Мәғариф министрлығының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад