Пенсия күләменең күпме буласағы тураһында бөгөн йәштәр уйлап та бирмәй. Рәсәйгә был айырыуса хас. “Wells Fargo” банктар компанияһы яһаған һығымта шуны раҫлай. Ҡасандан башлап кеше ҡартлығы тураһында уйлана һәм уға әҙерләнә башлай?Ошо һығымта күрһәтеүенсә, 1965 – 1981 йылдарҙа тыуған американдарҙың – 73 проценты, 1954 – 1964 йылдағыларының 72,6 проценты килемдәренең бер өлөшөн ҡартлыҡҡа тип туплай бара икән. Тәүгеләре килемдең уртаса 14 процентын буласаҡ пенсияға күсерә барһа, икенселәре 10 процентты ғына ҡалдыра. Һуңғылары пенсия йәшенә етеп килә, шуға улар ҙур сумма күсереп барыуҙы кәрәк тип тапмай. Күпселек халыҡ төрлө облигациялар һатып алыуҙы хуп күрә, банкта аҡса тупланмаһы булдырыуҙа һәм күсмә мөлкәт алыуҙа ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ.
Әлбиттә, былар барыһы ла американдарға ҡағыла һәм “Wells Fargo” компанияһының һығымтаһы Рәсәйгә тура килеп бөтмәй. “RuGenerations” ғилми проекты авторы Евгений Никонов раҫлауынса, рәсәйҙәрҙең ошо быуындары фәҡәт үҙ көсөнә һәм ғаиләләренә ышанырға күнеккән. Улар ғүмер буйы тиерлек балаларына ярҙам итә, сөнки ҡартлыҡ килгәс тә, балалары ғына ярҙам итәсәгенә ышана. Ә йәш быуын (әле тикшеренеүҙәрҙә 22 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр күҙ алдында тотола) сағыштырмаса етеш тормошта һәм ҙур мөмкинлектәр мөхитендә үҫте, улар өсөн аҡса – беренсе сиратта сәйәхәт итеү, яңы автомобиль алыу форсаты, шуға күрә пенсияға алдан әҙерләнеү уларҙың башына ла инеп сыҡмай. Ә өлкәнерәк быуындарҙың аңына “аҙыраҡ түҙергә кәрәк” тигән төшөнсә һалынған. Улар, ҡытлыҡ заманында йәшәп ҡарағанға күрә, һаҡсыллыҡҡа әҙер.
“БКС Брокер” директоры Руслан Смирнов иҫәпләүенсә, беҙҙең ил халҡы американдарҙан аҡсаны биржа мөмкинлектәренә түгел, ә банк депозиттарына һалыуҙы өҫтөнөрәк күреүе менән айырылып тора. “Ошоға саҡлы Рәсәйҙә депозиттар буйынса юғары проценттар түләнде, ә фонд баҙары өмөттө аҡламай ине һәм шәхси инвесторҙар унда барырға ашҡынманы”, – ти ул. АҠШ-та банктағы аҡса буйынса өҫтәмә йылына бер проценттан ашмай, ә Европала һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә банктар аҡсаны һаҡлап тотҡан өсөн уның хужаһынан үҙҙәре түләтә. Бындай шарттарҙа инвестиция фонды вәғәҙә иткән табыш та нығыраҡ ылыҡтыра.
“Көнбайыш илдәренән айырмалы рәүештә, рәсәйҙәрҙең ҡартлыҡты тәьмин иткән төп стратегияһы – ғүмер буйы эшләү”, – ти “Сафмар” фонды етәксеһе Евгений Якушев. Уның раҫлауынса, беҙҙә дәүләт пенсияһына хеҙмәт осорондағы кеүек үк кимәлдә йәшәү мөмкин түгел. Ошо хаҡта Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү фонды ла былтыр көҙ һорау алыу үткәргәйне. Уның йомғаҡтарына ярашлы, Рәсәй халҡының 88 проценты, пенсия осоронда уларға өҫтәмә килем сығанағы кәрәк буласаҡ, тип иҫәпләй. “Оло быуындар дәүләткә ышанмайыраҡ ҡарай, ә йәштәргә был турала уйланырға иртәрәк әле, тимәк, “Wells Fargo” компанияһының пенсия дәүере тураһындағы мәғлүмәттәре Рәсәй өсөн дә көнүҙәк булып тора”, – тип һығымта яһай Е. Якушев.
Лондон эшҡыуарлыҡ мәктәбе тикшеренеүсеһе Линда Греттон әйткәнсә, йәштәрҙең пенсияға алдан әҙерләнеүгә битарафлығы бөтә илдәргә лә хас, уларҙа бөгөнгө менән генә йәшәргә ынтылыу теләге көсәйә бара. “Төпкөл аңы менән барыһы ла пенсияға тип аҡса йыя башларға кәрәклеген аңлай, ләкин бының өсөн бер нәмә лә эшләмәй, тупланмалар бары бер юғалыр тигән һылтауға таяна”, – ти Финанс университеты доценты Сәйҙә Сөләймәнова.
“Росбизнесконсалтинг” эксперттары раҫлауынса, йәштәрҙең буласаҡ пенсия тупланмаларына кире ҡарашына, нигеҙҙә, финанс фекерләүенең һай булыуы тәьҫир итә. Шуға күрә халыҡтың финанс белемен күтәреү – дәүләт кимәлендәге көнүҙәк мәсьәлә. Рәсәй Банкының финанс мәҙәниәте буйынса ағартыу порталы асыуы һәм Финанс министрлығының “Вашифинансы.рф” сайтын асыуы ла шуны уҡ раҫлай.
Баҙар иҡтисады эксперттары аңлатҡанса, пенсия тупланмаһын булдырыуҙа ябай ҡағиҙә эш итә: иртәрәк башлаған һайын яҡшыраҡ. “Үҙеңде тәүге эш урынынан уҡ пенсияға тип аҡса йыя башларға күнектерергә кәрәк. Айына 500 – 1000 һум һалып барһаң, ул 35 – 40 йылдан һуң лайыҡлы пенсияны тәьмин итәсәк, – ти “СОЛИД Менеджмент” идарасы компанияһының пенсия тупланмалары буйынса эксперты Сергей Звенигородский. – Утыҙ йәштән алып айына берәр мең, ә 40 йәштән һуң 4-5-әр мең һум йыя барыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ”. Был осраҡта ул аҡсаны банктағы депозитҡа түгел, ә инвестицияға һалырға кәңәш итә һәм шул саҡта ғына тупланма инфляцияға бирешмәйәсәк икән.
Килеме аҙ булғандарға Е. Якушев аҡсаны банк депозитына йәки дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына һалырға тәҡдим итә. Һуңғылары, тәжрибә күрһәтеүенсә, был тупланманы инфляциянан яҡшыраҡ һаҡлай, йәғни уны аҡрынлап үҫтерә бара.