Улар ҙа йәшәргә хоҡуҡлы26.09.2017
Улар ҙа йәшәргә хоҡуҡлы Күптән түгел Өфөнөң Орджоникидзе районында “Йәшәүгә хоҡуҡ” исемле акция уҙғарылды. Ойоштороусылары – Иректән мәхрүм итеү урындарынан сығарылған кешеләрҙе социаль яҡтан ҡайғыртыу үҙәге, Билдәле йәшәү урыны булмағандарға ярҙам итеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәк. Уларға был сараны үткәреүҙә “Өфө ҡалаһының йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге үҙәге” учреждениеһы ла ярҙам итте.


Акция барышында 26 кеше аҙыҡ-түлек, өҫ һәм аяҡ кейемдәре менән тәьмин ителде, биш кешегә туберкулезды иҫкәртеү һәм йоғошло сирҙәрҙән ҡотҡарыу маҡсатында дауалау ойошмаларына йүнәлтмә бирелде, бер кешегә табипҡа саҡлы медицина ярҙамы күрһәтелде, дүрт берәҙәк юғалтылған Рәсәй паспортын ҡабаттан алыу өсөн эске эштәр органдарына барыу форсатына эйә булды.
Ашығыс социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ошондай уҡ сара бер нисә көн элек Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла уҙғарылды.


Вернуться назад