Һуңлаһаң, урынға барып тикшерәләр26.09.2017
Үткән аҙнала Башҡортостандағы теркәлмәгән мәшғүллекте кәметеү һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса комиссия үҙенең тәүге күсмә ултырышын үткәрҙе. Беренсе ошондай сараны Күмертау ҡалаһында ойошторҙолар.


Ултырышта Күмертау ҡалаһының, Мәләүез, Күгәрсен һәм Йылайыр райондарының эш хаҡы биреүҙе кисектереүгә юл ҡуйған 10 пред­приятиеһының эшмәкәрлеге ҡаралды. Сарала ҡатнашҡандарға Күмертау икмәк комбинатының һәм уның Сауҙа йортоноң яңыраҡ ҡына хеҙмәт хаҡы буйынса бурысын ҡаплауы тураһын­да хәбәр ителде. Комиссия Күгәрсен район хакимиәтенә “Толпар” һәм “Электр-плюс” йәмғиәттәрендә эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүгә ҡағылышлы ниндәй саралар күрелеүе хаҡында 1 октябргә тиклем комис­сияға мәғлүмәт бирергә ҡушты. Бынан тыш, Йылайыр районының “Урал” совхозына, Күмертау ҡалаһындағы “Энергоконтракт” йәмғиәтенә лә эш хаҡы буйынса, шулай уҡ бюджеттан тыш дәүләт фондтарына страховка иғәнәләре бурысын ҡапларға тәҡдим ителде.
Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: хеҙмәт хаҡы түләүҙә бурысы йыйыл­ған ойошмалар араһында Күмертау­ҙың “Стройзаказсы” муниципаль унитар предприятиеһы ла бар. Быныһы инде урындағы властың ошо мәсьә­ләлә эшләп еткермәүен асыҡ күрһәтә. Мәләүез ит комбинаты комиссия ултырышына вәкилен бөтөнләй ебәрмә­гән. Был ойошманы бер айҙан киләһе ултырышта тыңларға ҡарар ителде.
Бындай сара күптән түгел Белорет ҡалаһында ла уҙғарылды һәм артабан Теркәлмәгән мәшғүллекте кәме­теү, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса комиссияның ошондай күсмә ултырыштарын үткәреү даими күренешкә әйләнәсәк.


Вернуться назад