Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡалалар һәм райондар буйынса хеҙмәт баҙарының торошона аҙналыҡ мониторинг үткәреүен дауам итә. Сентябрҙәге тикшеренеү ниндәй һөҙөмтә күрһәтте?Рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле түбәнәйеүен дауам итә һәм мониторинг үткәрелгән көнгә ҡарата 20 282 кешене тәшкил иткән. Ә йыл башында ошо уҡ күрһәткес – 23 598, сентябрь башына 20 815 кеше ине.
Эшһеҙҙәр һанының кәмеүе бөтә Рәсәйгә хас. Илдең Хеҙмәт министрлығы үткән аҙнала хәбәр итеүенсә, 75 төбәк үҙендә эшһеҙлектең аҙайыуы тураһында белдергән. Башҡортостанда был күрһәткес йыл башында 1,17 процентты тәшкил итһә, әле ул 1,0 процентты алып тора.
Мәшғүллектең йәнләнә төшөүе менән бергә буш эш урындарының артыуы дауам итә. Йыл башында ундай вакансиялар – 32 358, сентябрь башында 45 336 берәмек булһа, бөгөн – 45 941 урын, йәғни бер эшһеҙгә ике вакансиянан ашыу тура килә.