Юл хәрәкәтенең торған һайын көсөргәнешлерәк була барыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Былтыр Рәсәй юлдарында 20 меңдән ашыу кеше һәләк булған, 221 мең кеше йәрәхәтләнгән! Был ҡот осҡос һандарҙы кәметеү өсөн нимә эшләргә? Был һорауға
яуапты йәмәғәтселек күптән эҙләй. – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең торошо әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел, – тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының ул саҡтағы рәйесе Рим Ғиләжетдинов, республика парламенты депутаттары алдында сығыш яһап. Ул юлдағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн берҙәм дәүләт сәйәсәте алып барыу кәрәклеге тураһында һөйләне. Был докладтың һығымталарын тыңлап, депутаттар юлдарҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоуҙы финанслау, оло юлда видеотеркәү системаларын урынлаштырыу, юлдарҙы боҙолоуҙан һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе.
Автомобиль юлдарындағы хәүефһеҙлекте тәүге сиратта ҡануниәт нигеҙендә тәьмин итергә тырышалар. Уның төп көсө, әлбиттә, штраф түләтеүҙә. Башҡортостандың Юл хәүефһеҙлеге тураһындағы тәүге кодексы 1998 йылдың 7 июлендә үк ҡабул ителгәйне. Шунан һуң был ҡанунға йыл һайын тип әйтерлек төҙәтмәләр индерелә тора. Сәбәбе аңлашыла: ул замандарҙан алып шәхси автомобилдәр һәм ойошмаларҙың автотранспорт һаны күп тапҡырға артты, юлдарҙың сифаты яҡшырҙы, юл хәрәкәтен күҙәтеү буйынса техник мөмкинлектәр киңәйҙе, беҙҙең хоҡуҡи кимәл күтәрелә бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттә был мәсьәләгә ҡағылышлы барлыҡ төшөнсәләр ҙа асыҡ аңлатылған, хөкүмәт ҡарарҙары һәм һәр төрлө уставтар ошо ҡануниәткә нигеҙләнеп эшләнә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының донъя юлдарындағы дөйөм хәл тураһындағы доклады мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй юлдарындағы фажиғәле күренештәр кимәлен Ҡытай, Әрмәнстан һәм Тажикстан менән сағыштырырға мөмкин. Йыл һайын донъяла юл-транспорт ваҡиғаларында 1 миллиондан ашыу кеше һәләк була. Уларҙың яртыһы самаһы – мотоциклистар һәм йәйәүлеләр. “Шәһит”тәрҙең, йәғни үҙҙәрен юлда ҡорбан иткәндәрҙең (ҡағиҙәләрҙе күрәләтә боҙоп, үҙен һәм башҡаларҙы һәләк итеүгә сәбәпсе булғандарҙы башҡаса атау мөмкин түгел), иң хәүефле төрө – мотоциклсылар. Үлем менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаларының 23 проценты улар өлөшөнә тура килә.
Һәләк булғандарҙың 22 проценты – йәйәүлеләр, дүрт проценты – велосипедсылар. Тимәк, был тәҡдиргә тарығандарҙың 49 проценты автомобиль йөрөтөүселәр түгел. Ун биш йәштән алып 29 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙарҙың үлем сәбәптәре исемлегендә юл-транспорт ваҡиғаһының беренсе урында тороуын шулай уҡ аяныслы күренеш тип иҫәпләмәй булмай.
Әлеге докладтан күренеүенсә, донъя илдәрендә һатылған автотранспорттың 80 проценты сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Был бигерәк тә иҡтисады көсһөҙ һәм халыҡтың йәшәү кимәле түбән булған илдәргә хас. Юл-транспорт ваҡиғаларындағы үлем һаны илдең үҫеш кимәленә туранан-тура бәйле. “Европала һәм донъяның иң бай илдәрендә аварияларҙа һәләк булғандар бик аҙ, ә Африка дәүләттәрендә был күрһәткес үтә юғары”, тип билдәләнә ошо докладта.
Хәрәкәттең хәүефһеҙлеге, әлбиттә, юлдарҙың торошона ла бәйле. Соҡор-саҡыр автомобилдәрҙе туҙҙырып ҡына ҡалмай, уларҙың хәрәкәтен дә тотороҡһоҙландыра. Башҡортостанда был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Былтыр, мәҫәлән, юлды ремонтлауға республика ҡаҙнаһынан 12 миллиард һум, федераль бюджеттан 2,9 миллиард һум бүленгән. Һөҙөмтәлә йөҙ километрҙан ашыу юл ҡабаттан түшәлде, 28 күпер сафҡа индерелде, ҡалаларҙа байтаҡ урамдарҙа асфальт яңыртылды, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Октябрьскийҙа яңы урамдар барлыҡҡа килде. “Ауыл биләмәһен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы, Асҡын, Борай, Күгәрсен, Мишкә, Миәкә, Ҡариҙел, Салауат һәм Учалы райондарында ауылдарға инеү юлдары төҙөкләндерелде. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең асфальт заводтары һуңғы йылдарҙа продукция етештереүҙе бермә-бер арттырҙы. Унан тыш, Рәсәй Хөкүмәтенең былтыр Башҡортостанды “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө проекты тормошҡа ашырыласаҡ төбәктәр исемлегенә индереүе лә беҙҙәге юлдар сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Күренеүенсә, юл һалыуға аҡса ла күберәк бүленә хәҙер, башҡарылған эш күләме лә ҡырҡа артты, ләкин юл-транспорт ваҡиғалары һаны ла арта бара. Был йәһәттән Рәсәйҙең Транспорт министрлығының Федераль юл агентлығы күптән түгел бер ҡыҙыҡ хәбәр таратты: юл япмаһының сифаты яҡшырған һайын, автомобилдәр ҡатнашлығындағы авариялар һаны ла күбәйә икән! Агентлыҡ белгестәре быны яңы тигеҙ юлда машиналарҙың тиҙлекте арттырып йөрөй башлауы менән аңлата. “Һуңғы йылдарҙа юлдарҙың сифаты яҡшырыуы юл-транспорт ваҡиғаларының күбәйеүенә генә алып килде”, – тип билдәләй улар. Был хәбәрҙе уҡығас, интернеттағы социаль селтәрҙә шуға ҡарата бик күп аптыраулы фекерҙәр хасил булды.
Бер ҡараһаң, агентлыҡтың был һүҙҙәренә аптырарлыҡ та түгел. Өфөлә, мәҫәлән, йыл һайын яҙғы мәлдә тиҙлекте арттырыу арҡаһында булған авариялар һаны ҡырҡа кәмей. Сәбәбе ябай: ҡала урамдарындағы асфальт яҙғы ташҡын һыуынан насарая, соҡорҙар барлыҡҡа килә һәм автомобилсегә, теләһә-теләмәһә лә, тиҙлекте кәметергә тура килә, әммә аварияларға юлдың торошо ғына сәбәпсе түгел бит, ул, нигеҙҙә, кеше факторына бәйле.
“Әгәр ҙә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан ике кеше лә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй икән, улар араһында авария булыуы мөмкин түгел”, – автоһәүәҫкәрҙәр мәктәбендәге инструкторҙың шулай тип өйрәткәне иҫтә. Тимәк, эш автомобилдә түгел, ә уның менән идара итеүселәрҙә, анығыраҡ әйткәндә – беҙҙең йәмғиәттең мәҙәни кимәлендә.
Яңыраҡ “Форбс” журналы яҙғанса, авариялар һанының артыуына, нигеҙҙә, автомобилсенең яуаплылығы кәмеүе түгел, ә машиналар һанының йылдан-йыл арта барыуы сәбәпсе. Бөгөн һәр ғаиләнең тип әйтерлек шәхси автомобиле бар, ҡайһы берҙәрендә икешәр-өсәр машина, ә юлдарҙың киңлеге шул уҡ ҡала бит... Хәҙерге заманда юлдағы хәрәкәттә генә түгел, автомобиль туҡталҡаларында ла машинаңды урынлаштырыу ҡағиҙәһен боҙоуҙы йыш күҙәтергә мөмкин.
Журнал эксперттары билдәләүенсә, юл-транспорт ваҡиғалары һанының артыуында түбәндәгеләр сәбәпсе:
= рулдәге кешенең бер нимә менән дә аҡланмаған тәүәккәллеге һәм юл ҡағиҙәләрен аңлы рәүештә һанға һуҡмауы аварияларҙа төп сәбәпсе булып тора. Улар араһында светофор утын “шәйләмәү”, тоташ һыҙыҡты аша үтеп китеү, башҡа машинаның юлын “ҡыйыу”, йәнәшәләге хәрәкәт һыҙатына күсеү алдынан боролоу сигналын ҡабыҙмау күренеше айырыуса йыш осрай;
= иҫерек килеш машина йөрөтөү. Билдәле булыуынса, иҫерткес матдәләр кешенең аңына кире тәьҫир яһай: сослоҡ кәмей, йоҡо баҫа һәм башҡалар. Автомобиль йөрөтөүселәрҙең эскелегенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш тиҫтәләрсә йыл дауам итһә лә, был тәңгәлдә һынылыш күренмәй әлегә, сөнки бер-ике тапҡыр иҫерек килеш рулдә ултырған кеше артабан да шулай тыныс ҡына дауам итер тип уйлай һәм... бер көн килеп аварияға сәбәпсе була;
= тиҙлек тәртибен боҙоу. Һуңғы йылдарҙа тиҙлектең рөхсәт ителгән юғарғы кимәлен боҙоусылар артты. Был осраҡта тәжрибә лә, көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булыу-булмау ҙа, юлдағы хәл дә иҫәпкә алынмай. Шуға күрә тиҙлекте һайлағанда рөхсәт иткән тамғаларына ғына түгел, ә юлдың сифатына, тауға табан йәки тауҙан түбән барыу шарттарына, автомобилдең төҙөклөгөнә һәм башҡаларға иғтибар итеү талабы ҡуйыла;
= иғтибарһыҙлыҡ. Ошо ябай ғына сәбәп тә авариялар һанын арттыра. Был осраҡта хәүефлеһе шул: рулдәге кеше юлдағы хәлде күҙәтмәй, ә ниндәйҙер ҡырҡыу проблемалары хаҡында баш вата, телефондан һөйләшә, ашай йәки салондағы пассажирҙар менән гәпләшә. Ә бит иғтибарҙы бер нисә секундҡа юғалтыу ҙа аварияға килтереүе ихтимал;
= юлдағы ҡатмарлы хәл буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәү. Һәр автомобиль йөрөтөүсе үҙен тәжрибәле шофер тип һанай. Ғәмәлдә ҡапыл килеп тыуған хәлдә күптәр юғалып ҡалыусан, һәм һөҙөмтәлә ашығыс ҡабул иткән ҡарарҙары дөрөҫ булмай сыға. Мәҫәлән, юлыңа ҡапыл икенсе машина килеп сыҡҡанда нимә эшләп өлгөрөргә мөмкин? Дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү оҫталығы йылдар үткәс кенә килә. Шуға хәтлем тиҙлекте арттырмайынса ғына йөрөү хәйерлерәк;
= дистанцияны күҙәтмәү. Был – йыш осраған сәбәп. Бер секундҡа ғына иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң дә алдағы машинаның бамперына барып “менеүең” ихтимал;
= урап үткәндә яңылышыу. Алда барған автомобилде урап үтеү һәм уның алдына төшөп, хәрәкәтте дауам итеү – ҡатмарлы ғәмәл. Ысынлап та, бында тиҙлекте арттырыу ҙа талап ителә, юлдағы дөйөм хәлде күҙ уңында тотоу ҙа ауырлаша. Ундай осраҡтарҙа ҡаршы хәрәкәт һыҙатындағы автомобиль менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеү ваҡиғалары күп.
Дәүләт автомобиль инспекцияһының Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, авариялар шәмбе һәм йәкшәмбе, байрам көндәрендә арта төшә. Был аңлашыла ла: ҡайҙалыр ял итергә китеп барған машиналар күбәйә, рулгә һирәк ултырған (тимәк, тәжрибәһе аҙ булған) кешеләр ҙә юлға сыға, алыҫҡа йүнәлгәндә рулдә ултырып арыу ҙа үҙен һиҙҙерә... Эш көндәрендә киске сәғәт алтынан һигеҙгә хәтлем арауыҡта юлдар хәүефлерәк.