Нурияның нурлы күңеле26.09.2017
Нурияның нурлы күңеле Ул осорҙа ла ауыл балаларының күпселеге мәктәпте тамамлағас, бәхеткә күҙ төбәп, ҡалаға юллана ине. Кемдер эшкә урынлаша, кемдер уҡыу йортонда белем алырға ынтыла. Әммә, бөгөнгөнән айырмалы булараҡ, ул саҡта һәр ҡайһыһы үҙ көсөнә генә иҫәп тота ине. Тәтешле районы ҡыҙы Нурияның да өлгөргәнлек аттестаты алырға ҡарары ныҡлы була. Ул Өфөгә Хисапты механикалаштырыу техникумына имтихан тапшырырға килә.


Маҡсатына өлгәшә ҡыҙ. Техникумға уҡырға инеү Нурияның үҙаллы күтәрелгән тәүге тормош баҫҡысы була. Ул тырышып яҡшы билдәләргә генә уҡый. Шул саҡтағы тәртип буйынса, техникумды уңышлы тамамлағандарҙы ҡалаларҙағы сауҙа-сәнәғәт предприятиеларына эшкә ебәрәләр ине. Нурияны Нефтекама ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек торгына билдәләйҙәр. Ҡаланы ғына түгел, ә республиканың тотош төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге сауҙа нөктәләрен аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин иткән абруйлы предприятие була ул.
Нурия машина-хисаплау бюроһында оператор булып эш башлай. Тәүге осорҙа техникумда алған ныҡлы белеме, тәбиғәттән килгән тырышлығы ныҡ ярҙам итә. Уның эште белеп, еренә еткереп башҡарыуын коллективта тиҙ күреп алалар һәм, аҙ ғына ваҡыт үтеүгә, план бүлегенә нормировкалаусы итеп күсерәләр. Булдыҡлыны вазифа үҙе эҙләп таба, тигәндәре хаҡ. Нурия Ғәлиуллинаны торгтың ун бишенсе берләштерелгән дирекцияһына директор урынбаҫары итеп үрләтәләр. Унан һуң бер ни тиклем директор вазифаһын башҡара. Ул етәкселек иткән коллектив етештереү күрһәткестәре буйынса һәр саҡ алдынғы була, берҙәмлеге һәм сәмлелеге менән айырылып тора.
Тормош юлдашын да Нефтекама ҡалаһында осрата ул. Ире Фаяз менән ҡорған ғаиләнең бәхетен тулыландырып ике улдары донъяға килә.
90-сы йылдар башлана. Ул саҡта илдәге үҙгәртеп ҡороу кешеләрҙең дә, хатта ҙур ғына хеҙмәт коллективтарының да яҙмышына үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Иҡтисади хәл-шарттар сәбәпле, Нурия эшләгән ойошма ла ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уның ҡарамағындағы кибеттәр, шул осорҙоң талабы буйынса, хужалыҡ иҫәбенә күсерелә һәм үҙаллы эшләргә тейеш була. Әммә хеҙмәт коллективтарының күбеһе яңы шарттарҙа эшләргә әҙерлекһеҙ булып сыға. Заман һынауын үтер өсөн белем һәм тәжрибә менән бергә, шул осорҙоң үҙенсәлектәрен тәрән аңларға, иҡтисади фекерләү ҡеүәһе талап ителә. Була бит ошондай һәләтле һәм үҙендә заман елдәренә ҡаршы торорлоҡ көс тапҡан аҫыл зат­тар! Был һүҙҙәр — ул саҡта торгтың ун алтынсы берләштерелгән дирекцияһында директор булып эшләгән Филүсә Мухаева хаҡында. Ул үҙенең етәкселегендә байтаҡ йылдар тотороҡло эшләп килгән сауҙа предприятиеһын һаҡлап ҡалыу, эш урындарын ҡыҫҡартмау теләге менән яна. Ошо ниәттән ул 16-сы дирекция базаһында үҙенең “Сауҙа үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора.
Был осорҙоң илдең социаль-иҡтисади өлкәһендә ни ҡәҙәр ҡатмарлы булыуын күптәр бөгөн дә хәтерләйҙер, моғайын. “Сауҙа үҙәге”нә уның етәкселегендә эшләгән әҙерлекле һәм һыналған хеҙмәткәрҙәр килә. Улар араһында Нурия Ғәлиуллина ла була. Тиҫтә йылдар иңгә-иң терәп эшләү артабан да хеҙмәттәшлеккә юл аса, сауҙа өлкәһенә заман килтергән иҡтисади ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә мөмкинлек бирә. Сауҙа тармағында бик ауыр була. Тауар табыу ҡыйынлаша, предприятиеларҙа хеҙмәт хаҡы йүнләп түләнмәгәс, халыҡтың һатып алыу һәләте лә, тауар әйләнеше лә түбәнәйә. Иң борсо­ғаны – аҙым һайын криминаль көстәр һағалай. Әммә Филүсә Мухаева ошондай шарттарҙа ла бирешмәй, тауар эҙләп, әле Мәскәүгә, әле Краснодар яғына сығып китә. Бер ҡасан да буш ҡул менән ҡайтмай. Төрлө тарафтарҙан вагондар менән тауар килә. “Сауҙа үҙәге”нә урын­лашҡандарҙың бөтәһе лә берҙәм коллектив булып эшләй, тотороҡло һәм заманына күрә һәйбәт хеҙмәт хаҡы ала.
Сауҙа эшмәкәрлегендә дөрөҫ иҫәп-хисап айырым әһәмиәткә эйә. Алтын күргәс, фәрештә лә алданған, тигән әйтем бар бит. Шөкөр, ҡытлыҡ заман булһа ла, коллективҡа намыҫлы, изге ниәтле хеҙмәткәрҙәр генә тартылды. Был инде, тәү сиратта, етәксенең һәм ярҙамсыларының иманлы булыуынан килә.
Улар араһында директорҙың ышаныслы терәге Нурия Ғәлиуллина ла була. Сауҙа һәм иҫәп-хисап өлкәһендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған белгес булараҡ, ул яңы шарттарҙа эшмәкәрлек башлаған предприятиела ла ең һыҙғанып хеҙмәт һала һәм һөнәри баҫҡыстарҙан тиҙ күтәрелә. Тәүҙә хисапсы, унан һуң баш хисапсы урынбаҫары була. Эштән айырылмайынса институт тамамларға ла өлгөрә. Һуңғы тиҫтә йылда баш хисапсы вазифаһын башҡара. Сауҙа предприятиеһының финанс хәле, иҡтисади тотороҡлолоғо нәҡ баш хисапсының һөнәри әҙерлегенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта бухгалтерия тармағы һуңғы йылдарҙа заманса техника һәм технологиялар нигеҙендә бик тә камиллаша.
Нурия Дидарихаҡ ҡыҙы предприятиела эште көн талабынан сығып ойоштороуға, документтар әйләнешенә эске контроль системаһын үҙгәртеп ҡороуға ҙур көс һала. Бухгалтерлыҡ иҫәбенең мәғлүмәти системаһын реформалауға өлгәшә. Баш хисапсы предприятиеның төрлө бюджет ойошмаларына һалымдарын, фондтарға йыйымдарҙы, кредит ойошмаларына түләүҙәрҙе ваҡытында ғәмәлгә ашырған бер ваҡытта, финанс эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен яҡшыртыу хәстәрлеген күрә. Производствоға ҡағылышы булмаған сығымдарҙы кәметеү буйынса уның тәҡдимдәре эске финанс тәртибен тағы ла нығыта. Шуға ла һалым органдары һәм башҡа ойошмалар тикшергән ваҡытта директор Филүсә Мәғрүф ҡыҙының иҫәп-хисаптың тәртиптә булыуына ышанысы ныҡлы була, уларға бер ҡасан да санкция дәғүәләре ҡуйылмай.
Етәксе баш хисапсы компетентлығын юғары баһалап, уны Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһына тәҡдим итә. Күптән түгел коллективта Нурия Ғәлиуллинаға ошо юғары награданы тантаналы шарттарҙа тапшырҙылар.
Филүсә Мухаеваның тәүәккәллеге, тырышлығы, сауҙа эшмәкәрлеген заманса ойоштора белеүе һәм Нурия Ғәлиуллина, Валентина Хөсәйенова кеүек булдыҡлы белгестәргә таяныуы көткән һөҙөмтәне бирә. “Беҙ өсәү хеҙмәт юлыбыҙҙа өс таған булдыҡ”, — тип хеҙмәттәштәре менән ихлас ғорурлана етәксе (һүрәттә – улар өсәү).
“Сауҙа үҙәге” ойошторолғандан алып, предприятиеның эшмәкәрлек даирәһе киңәйә, тиҫтәләрсә кибеттәр, ресторан асыла. Үҙҙәренең пекарняһы, ит, кулинария, кондитер һ.б. цехтары бар, бер нисә тәғәмхана һәм кафелары эшләй. Әйткәндәй, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу объекттарын Филүсә Мәғрүф ҡыҙы үҙе төҙөтә. Йәмәғәте Данил Фәнәүи улы — төҙөлөш мәсьәләләре буйынса ярҙамсы, улдары Булат – коммерция директоры. Улар табыш артынан ғына ҡыумай, мәсет төҙөлөшөндә, һәр төрлө хәйриә сараларында ла әүҙем ҡатнаша.
— Хеҙмәт юлымда Филүсә Мәғрүф ҡыҙы менән осраштырған өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ул яңынан-яңы үрҙәргә артылған әүҙем эшҡыуар ғына түгел, баҫалҡы, киң күңелле, кешеләрҙе хәстәрләгән абруйлы шәхес тә. Бөгөн коллективта эшләгән һәр хеҙмәткәр ошо фекеремде раҫлар, — тине Нурия.
Мин Нурияның үҙендә лә ошо уҡ матур сифаттарҙы күрҙем. Хәйер, уларҙы һөнәри уртаҡлыҡ менән бергә рухи яҡынлыҡ берләштергәнгә күрә лә, эштә хатта ҡайһы саҡ хәл итеп булмаҫ кеүек тойолған ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡтылар, предприятиены тотороҡло үҫешкә сығарҙылар.
Баш хисапсының көндәлек эше гел һандарҙан ғына тора кеүек, әммә иге-сиге булмаған һандар артында эш кешеһен һәм уның мәнфәғәттәрен күрә ул. Матур буй-һынлы, сибәр йөҙөндә һәр саҡ көләслек балҡыған Нурияға хеҙмәттәштәренә кәңәшсе лә, ярҙамсы ла булырға тура килә. Ғаиләлә — яратҡан ҡатын, хәстәрлекле әсә, өләсәй. Өлкән улдары Дамир — эшҡыуар, инде үҙе ғаилә ҡорған. Кесеһе Данил, медицина инс­титутын тамамлап, уҡыуын артабан Ҡытайҙа дауам итә. Ата-әсәнең сикһеҙ ғорурлығы улар.
— Минең өсөн иң ҙур бәхет — һау-сәләмәт булып, тормошто һәм кешеләрҙе ярата белеүҙә, хеҙмәттә һәм йәшәйештә өлгәшкән уңыштарҙан ҡәнәғәтлек тойоуҙа, ғаилә татыулығында, балаларҙың матур яҙмышлы булыуында, — тип һөйләй Нурия.
Ана шулай үҙ бәхетенән ҡәнәғәт булғанға, Нурияның күңеленән һәр саҡ нур бөркөлә.






Вернуться назад