Хазиналар һандығы13.04.2012
- Һәр бер уҡытыусы ла остаз булмай.
- Шым ғына әйткән һәйбәт ишетелә.
- Ҡарағандар күп, күреүселәр һирәк.
- Бөкөрөнө турайтҡансы, тура кешене бөгөү еңелерәк.
- Битараф ҡына үпкәләмәй.
- Йәшлектә — юғарыға менеүе, ҡартлыҡта аҫҡа төшөүе ауырыраҡ.
- Ихтирам иткән ярамһаҡланмай.
- Икәү талашһа, аҡыллырағы ғәйепле.
- Юғарыға еңелерәктәр тиҙерәк менә.
- Ҡара менән аҡты айырмаған аҡҡа бармаҫ.
- Еңеүсенең йоҡоһо тәмлерәк.
- Ҡойроҡ болғау һәр ваҡыт тоғролоҡто аңлатмай.
- Ашыҡҡанда ваҡыт тиҙерәк үтә.
- Иртәгә тыумайынса бөгөндөң ҡәҙерен белеп булмай.
- Ҡәбереңдәге гөлләмәнән шайтан таяғы яҡшыраҡ.
- Ағыулы бәшмәк йышыраҡ осрай.
- Аҡыллы шашҡанда ла башын юғалтмаҫ.
- Баш эшләһә — тел ял итә, тел эшләһә — башҡа ял юҡ.
- Аҡыллы башын һаҡлар, ахмаҡ — бүркен.
- Сираттан тыш ҡына беренсе булып булмай.
- Еңел йәшәү ауырға төшә.
- Урау юлдан йөрөгәнде урап үт.
- Дуҫтары күптең ысын дуҫы юҡ.
- Аяҡта ныҡ тороу өсөн баш кәрәк.
- Абруйҙы юғалтып табылған мал — иң ҙур юғалтыу.
- Тауыш юғарылығы вазифа менән бергә күтәрелә.
- Һәр кем үҙ урынында булһа, буш урындар күбәйер ине.
- Белемде көн дә тулыландырмаһаң, кәмей.
- Бөркөт яңғыҙ оса, һарыҡ көтөү булып йөрөй.
- Бейеклектән ҡурҡмағандарҙың да вазифанан башы әйләнә.
- Халыҡ арта, кешеләр кәмей.
- Ҡара эштәр ҡараңғыла ғына башҡарылмай.
- Бәғзеләр йәшәргә йыйынып үлеп китә.
- Үҙеңә ышанғандарҙы ғына алдап була.
- Ауыҙында һөйәк булған эт өрмәй ҙә, тешләмәй ҙә.
Илдар ҒӘБИТОВ.