Ҡартайырға ваҡыт юҡ…26.09.2017
Ҡартайырға ваҡыт юҡ… Октябрьский ҡалаһындағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат нигеҙендә халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең стационар учреждениеһында йәшәгән социаль хеҙмәт күрһәтелгән өлкәндәр араһында “Ҡартлыҡ бөтөнләй юҡ ул!” беренсе республика мәҙәни-спорт фестивале уҙғарылды.

Ул Башҡортостандағы 20 стационар социаль хеҙмәтләндереү учрежде­ниеһын берләштерҙе. Форумда рес­публиканың төрлө районынан 140-тан ашыу кеше ҡатнашты.
– Стационар учреждениеларҙа өлкәндәрҙе туҡландырыу, уларға уңайлыҡтар тыуҙырыу хаҡында ғына хәстәрлек күреп ҡалмайҙар. Уларҙың ялын ойоштороу буйынса реабилитация сараларына ла ҙур иғтибар бирелә, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Лена Кәримова. – Беҙҙең министрлыҡ учреждение­ларҙың ошо йүнәлештәге эшмәкәр­леген тулыһынса хуплай.
Мәҙәни-спорт фестивалендә ҡатна­шыусылар дартс, шашка, пазл йыйыу буйынса көс һынашты. Ярыштарҙан һуң музыка һәм бейеү кисәһе ойошторолдо.


Вернуться назад