Батырыбыҙ мәңгелеккә күскән ерҙә26.09.2017
Батырыбыҙ мәңгелеккә күскән ерҙә Эстония халҡы өсөн был ҡала, бәлки, бик әһәмиәтле төбәк тә түгелдер. Әммә беҙ бында, хаж ҡылған мосолмандай, тәрән тетрәнеү, йөрәкһеү менән аяҡ баҫабыҙ.

Палдиски... Рогервик ҡәлғәһе... Эре ташлы Балтик диңгеҙенең яры... Ғорур һынлы ҡаялар... Уларҙың һәр береһе башҡорт халҡының милли батыры шағир, сардар Салауат Юлаевты күргән! Уның алыҫҡа төбәлгән моңһоу ҡараштарының һағышын тойған, һеңдергән төҫлө. Бала саҡтан барып күрергә тип хыялланғандан ғына түгел, ә милләтебеҙ тарихында ниндәй ҙур урын алып торған, һәр заман азатлыҡ символын сағылдырған Салауат Юлай улы һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылын уҙғарған был ерҙең һәр ташы, бөртөк туҙаны ла ҡәҙерле икәнлеген тәрән тойоуҙан күҙҙәрҙән йәш ағыла...
— Илеңдән, ереңдән, ҡыҙҙарыңдан һәм улдарыңдан сәләм ҡабул ит, Батыр рухы! Балтик диңгеҙе өҫтөндә кәйелеп осҡан аҡсарлаҡтай, әллә ниндәй киҫкенлек менән иҫә башлаған елдәр, ишелергә торған ҡаяларҙан йәнем ишаралар эҙләй. Бына-бына байырға торған ҡояш нурҙарында йөҙөң сағылып китерҙәй. Ҡайһы ерҙәрҙә намаҙ уҡып, зекер әйттең икән? Тыуған ерен тәрән һөйгән асылың тәсбих әйтә-әйтә мәңгелек йортона атлағандыр.
Бөгөн һинең Хоҙай Тәғәлә алдына баҫҡан көнөң. Тап ошо ваҡытта Таллиннда аҙ һанлы халыҡтарҙың байрамы ойошторолоуы ла юҡҡа түгел төҫлө. Әйтерһең, йылына бер уҙ­ғарылған тантананы — милләт­тәштәрең дә рухыңа доға ҡылыр мәлде — әүлиә затың билдәләшкән.

Килдем әле һиңә, Салауатым,
Сикләүҙәр юҡ минең хыялға.
Һинең рухың илеңдә бик кәрәк —
Һау бул мәлгә,
Һау бул быйылға!





(Эстония ҡалаларындағы сара­ларҙан тулы репортажды гәзите­беҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).


Вернуться назад