Ил ҡеүәте – берҙәмлектә26.09.2017
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары этностарының һәм конфессияларының үҙ-ара мөнәсәбәтенең тарихи тәжрибәһе – республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттең факторы һәм артабанғы үҫештең ыңғай векторы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды.

“Башҡортостан урыҫтары соборы” республика йәмәғәтселек ойошмаһы башланғысы менән саҡырылған һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты ярҙамында үткәрелгән был сарала дин әһелдәре, муниципаль берекмәләр вәкилдәре, милли-мәҙәни һәм йәмәғәтселек ойошмалары етәкселәре, шулай уҡ Мәскәүҙән һәм Ҡазандан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар, беҙҙең республикалағы милләт-ара һәм дини татыулыҡҡа юғары баһа биреп, төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап ҡалыу буйынса саралар тураһында һөйләп кенә ҡалманы, был мәсьәләнең иғтибар үҙәгенән төшмәҫкә тейешлеген, милли сәйәсәтте артабан камиллаштырыу кәрәклеген билдәләне.
Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.




Вернуться назад