Күберәк халыҡты йәлеп итергә26.09.2017
Башҡортостан парламентында Республика көнөнә әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитеттар вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта байрамға бәйле саралар тикшерелде. Өфөлә, республиканың башҡа ҡала һәм райондарында тантаналы йыйылыштар, мәҙәни кисәләр һәм спорт ярыштары планлаштырылған, йәрминкәләр эшләйәсәк. Яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм никахҡа ингәндәрҙе тантаналы теркәү, 50, 60, 70 йыл бергә йәшәгән ирле-ҡатынлы парҙарҙы ҡотлау, 14 йәше тулған граждандарға ошо көндә паспорт тапшырыу билдәләнгән. Республика музейҙарында 11 октябрҙә асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла, ә мәктәптәрҙә байрам алдынан тематик класс сәғәттәре үткәрелә.
10 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы сара ойоштороласаҡ. Уның рәсми өлөшөнән һуң ҡунаҡтарҙы “Торна йыры” спектакле көтә, ул беренсе тапҡыр ғәҙәти концертты алмаштырасаҡ.
– Республика көнөнә әҙерлек сиктәрендә йыл һайын яңы саралар барлыҡҡа килә, байрам юғарыраҡ кимәлдә үтә, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Беҙҙең бурыс – байрам сараларына күберәк кешене йәлеп итеү, кешеләрҙә һәйбәт кәйеф тыуҙырыу. Ҡала һәм район хакимиәттәре һәр ижади коллектив байрам көнөндә сығыш яһай, үҙ һәләтен күрһәтергә форсат алһын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш.