“Шифаханалар шәхси ҡулға күсмәйәсәк”26.09.2017
“Шифаханалар шәхси ҡулға күсмәйәсәк” Республика шифаханаларын хосусилаштырыу уларҙың инвестиция ҡеүәһен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Здравницы” журналына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, шифаханаларҙы акционерҙар йәмғиәттәре итеп үҙгәртеп ҡороу йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.


– Шифаханалар һатылмаясаҡ, шәхси ҡулға тапшырылмаясаҡ, сөнки улар ветерандарыбыҙҙы, инвалид­тарҙы реабилитациялау, республика халҡын һауыҡтырыу йәһәтенән мөһим социаль бурысты үтәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Акционерлаштырыу яңы корпустар төҙөүгә ресурс һалырға әҙер булған инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә, медицина хеҙмәттәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк, учреждениелар эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Республика Башлығы әйтеүенсә, әле шифаханаларҙың береһендә 200 урынлыҡ өр-яңы ике корпус төҙөү буйынса шәхси бизнес ҡатнаш­лығындағы ҙур инвестиция проекты тикшерелә. Финанслау күләме 500 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Инвестиция ҡеүәһен арттырыу алымдары иҫәбенә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ тармаҡҡа идарасыларҙан алып маркетологтарға тиклем юғары квалификациялы заманса белгестәр йәлеп итеүҙе, шулай уҡ курорт маркетингын үҫтереүҙе индерҙе.
– Халыҡтың ысын ихтыяжын иҫәпкә алып, хеҙмәттәр даирәһен киңәйтеү шарт. Кешеләрҙең күпсе­леге шифаханаларға дауаланырға ғына түгел, ял итергә лә килә. Шуға күрә һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапһын өсөн ял инфраструк­тураһын үҫтерергә кәрәк, – тине республика Башлығы. – Әммә был мәсьәләләр иң мөһим нәмәгә иғтибарҙы кәметә алмай һәм кәметергә тейеш тә түгел. Үҙен­сәлекле тәбиғи дауалау фактор­ҙары, һауыҡтырыу сифаты, табип­тарҙың квалификацияһы, ялды ойоштороу кимәле йәһәтенән беҙҙең шифаханалар – илдә иң яҡшыһы.
Әйткәндәй, быйыл RAEX рейтинг агентлығы һәм Һауыҡтырыу туризмы ассоциацияһы тәүге тап­ҡыр “Рәсәй­ҙең иң яҡшы 100 ши­фаханаһы” рейтингын әҙерләне. Унда Башҡортос­тандан ете курорт ойошмаһы инде. Исемлекте “Янғантау” шифаханаһы башлап ебәрә. Өҫтәүенә республи­кабыҙ табыш күләме буйынса ла төбәктәр араһында дүртенсе урынды яуланы.
Рөстәм Хәмитовтың интервью­һының тулы тексы менән республика Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.




Вернуться назад