Әсәй, имеш...02.12.2011
Әсәй, имеш...Алина ханым уянып киткәндә ҡояш төшлөккә еткәйне. Бәй, мин ҡайҙа? Ҡырҡ биш йәшлек ҡатын тәүҙә үҙенең ҡайҙа ятҡанын иҫенә төшөрә алмай бер булды. Бөтә ере өҙөлөп килеп ауырта. Ер һөрөп йөрөгән тиерһең. Үҙенең фатирында тиһәң, уның карауаты башҡа урында ине, әле ул бөтөнләй икенсе ерҙә ята. Хатта аҫтында түшәк-фәләне лә юҡ.
Бер аҙҙан ханым үҙенең ҡаты иҙәндә ятҡанына төшөндө. Әллә тағы айнытҡысҡа “ҡунаҡҡа” килтерҙеләрме икән? Улай тиһәң, был бүлмә үтә ҙур һымаҡ. Мөйөштә ике бала ҡыймылдаған кеүек. Әллә хәҙер балаларҙы ла айнытҡысҡа бикләй башланылармы икән? Ҡатын алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Атаҡ, атаҡ, бер ҡараһаң, бөтә нәмә үҙенең өйөндәге кеүек. Түрҙәге емерек шкаф та таныш. Айнытҡыста телевизор булалыр шул? Инде бер аҙ хәл алған ҡатын тороп ултырғас ҡына йөҙөнә әҙ-мәҙ йылмайыу сатҡылары сыҡҡандай булды. Әй, иҫәр баш, үҙенең өйөндә ята ла инде, бары иҙән уртаһында тәгәрәгән, кисә бигерәк ныҡ байрам ителгән шул...
Хәйер, Алина ханым ниндәй байрам тип аптырап тормай инде. Шаулатып кәйеф-сафа ҡороу өсөн йылына бер генә килгән Яңы йыл, 8 Март байрамдары ғына уның өсөн аҙ. Йәшәгәс, бер генә бирелгән ғүмерҙә лә теттереп йәшәргә кәрәк. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Теләгән ваҡытта үҙенә үҙе байрам ойоштора ла рәхәтләнеп күңел аса. Ҡайһы берәүҙәрҙең байрам тип бер ай алдан үлә-бата әҙерләнеүен, ахмаллаға төшөп, магазиндан аҙыҡ-түлек ташыуын аңламай ул. Ә уның нәфсеһе уларҙыҡы кеүек дәүҙән түгел — тулы байрам өсөн бер ярты ла етә.
Тағы ла ҡайһыларҙың өҫтө-өҫтөнә йорт йыһазы алыуын аңы менән ҡабул итә алмай. Ул стенка, дивандар нимәгә хәжәт инде? Үлһәң, барыбер тороп ҡала. Унан килеп, өйҙәрен тәтәй кеүек йыйыштырып ҡуялар ҙа үҙҙәре аяҡ менән баҫырға ҡурҡып торалар. Алина һис тә улай түгел. Ана, өйөндәге әйберҙәрен бер яртыға, ике яртыға осорҙо ла бөттө. Шул ваҡытта был фатирҙы башҡа кеше күрһә, унда ике бала әсәһе йәшәүенә ышанмай ҙа торор ине. Ул ташландыҡ һарайҙы хәтерләтә. Түшәк-фәләндәре бысраҡ, иҙәндә бер иле батҡаҡ, имен һауыт-һаба ла юҡ.
— Уф, үләм! — башы ярылып килгән Алина ханым әйләнә-тирәһен ҡараштыра башланы. Уның был сирен бер-ике, юҡ, өс-дүрт рюмка ғына дауалаясаҡ. Берәй эселеп бөтмәгән шешә ятмаймы икән шунда? Юҡ шул, үс иткәндәй, бөтәһе лә буш, тәгәрәшеп яталар. Алина ханым крандан һалҡын һыу ағыҙып шөпөрләтеп эсте лә, әхирәттәренең берәй әмәле юҡмы икән тип, ишек тотҡаһына үрелгәйне, өлкән улы Сабирҙың тауышы ишетелде.
— Әсәй, ҡайҙа бараһың, йөрөмә инде, кисә лә бит үҙеңде урамдан табып алып ҡайттыҡ. Балаһының аҡыл өйрәтеүе кемгә оҡшаһын инде! Ул малайына уҫал итеп ҡарап:
— Үҙеңә етмәгән башың менән миңә өйрәтәһеңме, тай бынан! — тип екерҙе.
— Әсәй, асыҡтыҡ, беҙҙең ашағы килә.
— Ашағы килә тиһеңме? Оятың бармы һинең? Өс көн элек кенә бер буханка икмәк алып ҡайтҡайным бит, ашап та бөттөгөҙмө ни?
Малай, эйе тигәнде белдереп, баш ҡағыуы булды, Алина ярһый башланы.
— Бирәндәр, эсегеҙгә убыр оялағандыр ул. Һыйыр һымаҡ ниндәй туҡтауһыҙ тығыныу ул? Һеҙгә нимә еткермәк кәрәк?
Ҡатын, һеҙгә әйттең ни, әйтмәнең ни тигәндәй, ҡулын һелтәне лә тышҡа йүнәлде.
Оҙаҡламай күрше фатирҙың ишеген шаҡыны. Бөхтә генә кейенгән ир ишек асты.
— Уф, күршеләр, үләм инде, үләм, бер егерме һум ғына биреп тороғоҙ инде, — тип һорағайны, уныһы оялмай ҙа ир башы менән:
— Юҡ шул, — тип торған була.
— Әтеү бер-ике рюмка ғына һалып бирегеҙ инде.
— Юҡ шул.
Алина һаран күршеһен әрләй-әрләй икенсе фатирға юл тотто. Әҙәм түгелдәр икән. Ҡышын һорап барһаң, билләһи, ҡар ҙа бирмәҫтәр. Икәүләшеп эшләйҙәр, ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуяларҙыр, ҡарундар. Ә ул бер ҡайҙа ла эшләмәй, тәким йәшәй бит.
Алина һаран күршеһен әрләй-әрләй икенсе фатирға юл тотто. Әҙәм түгелдәр икән. Ҡышын һорап барһаң, билләһи, ҡар ҙа бирмәҫтәр. Икәүләшеп эшләйҙәр, ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуяларҙыр, ҡарундар. Ә ул бер ҡайҙа ла эшләмәй, тәким йәшәй бит.
...Шулай бер көн күҙҙәрен асҡас, Алина бер килке үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын йәнә аңлай алманы. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәнлеге һуңғараҡ саҡ иҫенә төштө.
В. АЙҘАРОВ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад