Беҙҙең ҡалала, әл-хәмдү лил-ләһ, дин ҡанундары буйынса йәшәү йәһәтенән бер ниндәй кәртә юҡ, бергәләп өйрәнәбеҙ, яңынан-яңы ғилем үҙләштерәбеҙ, байрамдарҙы күмәкләп үткәрәбеҙ. Ә бына бәғзе ауылдарҙа ҡатмарлылыҡтар барлығы хаҡында ишетелеп тора.Мәҫәлән, яҡындағы райондың бер ауылында йәшәгән ҡәрҙәшебеҙ һөйләүенсә, уларҙа мәсет һалдырған кеше иман йортон шәхси милкеләй күреп, үҙен хужаларса тота икән. “Аллаға шөкөр, ғибәҙәтханалы булдыҡ. Бының өсөн ауылдашыбыҙға ҙур рәхмәт, – ти танышым. – Тик ул ҡәрҙәшебеҙ саманан сығып китә: мәсетте бикләп ҡайтып китә, һалынған хәйер-саҙаҡаны иман йортона түгел, үҙ мәнфәғәттәре өсөн тотона”.
Белеүемсә, әҙәм балаһы барлыҡ изге эште Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш бит. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн ҡылыуҙы, маһайыуҙы, тәкәбберлекте Раббыбыҙ ҡабул итмәй”, – тигән ул. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсетте үҙенең көсөн, мәрхәмәтлеген күрһәтеү өсөн генә төҙөткәндәр осрай. Ғибәҙәтханаға бөтөнләй хужа булып, имам-хатипҡа халыҡ менән эшләү, аралашыу, ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бирмәгәндәр ҙә бар. “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, әҙәм балаһы мәсетте үҙенең исемен ҡалдырыу, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн генә төҙөй икән, Аллаһ Тәғәлә уның ғәмәлен ҡабул итмәй, иман йорто үҙ бурысын атҡармай, уға халыҡ та йөрөмәй. Мосолмандар араһын бутау урыны кеүек килеп сыға. Ошо йәһәттән бер хәҙисте иҫкә төшөрөп үтәйек. Кемдәрҙер мәсет төҙөгән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә килгән. “Иман йортона фатиха бирһәгеҙсе”, – тип мөрәжәғәт иткәндәр. “Сәфәргә йыйынам, унан ҡайтышлай инеп сығырмын”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Юлда иһә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә аят төшөргән: баҡтиһәң, фатиха биреүҙе көткән мәсет мосолмандар араһына фетнә һалыу өсөн төҙөлгән икән. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ кешеләр ебәртеп, был йортто емерттергән.
Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә аныҡ әйтелгән. Иман йорттарын һинеке-минекенә бүлмәй, уртаҡ өйөбөҙ тип һанарға өйрәнһәк ине, мосолман ҡәрҙәштәр. Мәсеттәребеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, тупһаһына саң төшөрмәйек, аңлашып йәшәйек – шул саҡта уртаҡ изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр, иншаллаһ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.