Ҡәнәғәт кеше – бай15.09.2017
“Аллаһ Тәғәләнең биргәне менән ҡәнәғәтлек кисер – кешеләр араһында иң байы булырһың”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек.

Ҡала ситендәге йортта бәләкәй балаһы менән тол ҡатын йәшәгән. Улар шул ҡәҙәр ярлы булған. Бына-бына емерелергә торған өйҙә сираттағы ҡышты үткәреп, йылы көндәр етеүгә ҡыуанып та өлгөрмәгәндәр, көслө елгә йорттоң ҡыйығы ауған. Ҡойма ямғыр башланғас, әсә улын нисек һаҡларға белмәй йүгереп йөрөй башлаған. Ҡапланырлыҡ бер ни юҡ. Шул саҡ ҡатындың күҙе ишеккә төшкән: “Уны ысҡындырып алып, диуарға һөйәгәндә...” Уйлап та өлгөргән, эшләп тә ҡуйған. Әсә менән ул һөйәүле ишек аҫтына инеп ултырған. Малай, сикһеҙ ҡыуанып, ҡәҙерле­һенең ҡуйынына һыйынған:
– Ишеге булмаған ярлылар, бахырҙар ямғырҙан нисек ышыҡлана икән, әсәй?..


Вернуться назад