“Сөбхәналлаһ!”15.09.2017
Ислам тормоштоң барлыҡ мәсьәләләрен үҙ эсенә алған: унда ғилем менән мәғрифәт, ғаилә ҡороу, тән, рух сәләмәтлеген һаҡлау, әҙәм балаларының хоҡуҡтарын яҡлау, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәткә ынтылыу — барыһы ла бар.


Динебеҙҙә күҙ тейеү хаҡында ла әйтелгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә был күренеш­тең ысынлап та барлығын бәйән ҡылған. “Күҙ тейеү хаҡ”, – тигән ул. Икенсе бер хәҙисендә иһә ул, бындай зыяндың әҙәм балаһын ҡәбергә индереүе ихтимал, тип белдергән.
Ысынлап та, ҡаты күҙле кешеләр бар. Уларҙың кире көсө әҙәм балаһына ла, малға ла тейеүсән. Был йәһәттән айырыуса сабыйҙар зыян күрә. Шуның өсөн дә ниндәйҙер гүзәллекте, хайран ҡалмалы сафлыҡты күргән ваҡытта “Сөбхәналлаһ!” тип әйтергә оноторға ярамай. Был “Аллаһ Тәғәләнең матур бер заты”, “Хоҙай тарафынан яра­тылған гүзәллек” тигән төшөнсәне бирә. Күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн иһә “Ҡәләм” сүрәһенең аҙаҡҡы 51-се, 52-се аяттарын уҡырға кәрәк, тип өйрәткән Пәйғәм­бәребеҙ.
Халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәтенән күренеүенсә, яман күҙҙең көсөн ситкә ебәреү өсөн төрлө ысул ҡулланыла. Мәҫәлән, ялтыра­уыҡтар һаҡлау ҡеүәтенә эйә тип иҫәпләгәндәр бар. Элек башҡорт­тарҙа сәңгелдәккә ялман ҡойро­ғон бәйләп ҡуйыу ғәҙәте булған. Ғөмүмән, күҙҙең энергияһы ифрат көслө. Шуның өсөн дә бер-беребеҙгә насар уй менән түгел, ә һөйөү, ихтирам, хөрмәт той­ғо­ларын һирпелдереп, изге теләктә ҡараһаҡ ине. Аллаһ Тәғәлә көнләшеүҙән, аяҡ салырға тырышыуҙан һаҡлаһын. Пәй­ғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Мосолмандың ҡулы­нан да, теленән дә, ҡылығынан да һис кем зыян күрергә тейеш түгел”, – тигән икән, бер-беребеҙгә яҡты йөҙ күрһәтеп, йылмайыу бүләк итеп, терәк-таяныс булып йәшәргә тейешбеҙ.


Вернуться назад