Республиканың колхоздары яңы төрҙәге производствоны – аҡ шыршы майы ҡайнатыуҙы үҙләштерәләр. Уҙған йыл республиканың өс районында (Ҡариҙел, Бөрө һәм Белорет) Башлеспромсоюздың аҡ шыршы майын ҡайнатыу заводтары 21,5 тонна май эшләп сығарҙылар. Ҡариҙел районының “Ҡыҙыл бүләк” промколхозы ҙур уңыштарға иреште. Аҡ шыршы ботаҡтарының бер тоннаһынан 35 килограмм май ҡайнатылды. Уҙған йыл ике тонна урынына 6,5 тонна май бирҙе.
1937 йылда аҡ шыршы майын ҡайнатыу заводтарының һаны артасаҡ. Башлеспромсоюз июнь айында Ҡариҙел районында ошондай 5 яңы завод төҙөүҙе тамамлаясаҡ. Аҡ шыршы майын ҡайнатыу заводтарының производство планы быйыл 34 тонна тәшкил итә. Ошо йылдың 8 майына тиклем заводтар тейешле нагрузкалар эшләмәһәләр ҙә, 8 тоннанан артыҡ май бирҙеләр ҙә инде.
(БашТАСС).
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1937 йыл, 17 май).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.