Яңы алтын ятышы12.09.2017
Учалы ауылынан өс километр алыҫлыҡта, көньяҡтараҡ “Учалы” күле эргәһендә табылған бай алтын ятышында капиталь разведка (тикшеренеү) эштәре ҡыҙыу бара. Был алтын ятышының эшселәре Мәскәүҙәге “Красный пролетарий” заводы эшселәренең хатын ҙур күтәренкелек менән ҡаршыланылар.
Эшселәр бөгөнгө көндә алған йөкләмәләрен намыҫ менән үтәйҙәр. Сентябрь айы планы канау ҡаҙыу буйынса 114 процентҡа, шурф буйынса 127 процентҡа үтәлгән булһа, октябрь айының беренсе 10 көнлөгөндә 369 кубометр канау ҡаҙылды. Алтын ятышында 45 кеше эшләй. Вахнин, Язариев, Ғәйфуллин, Плишкин, Ғәниев кеүек эшселәр инде 20 йыл эшләйҙәр. Канау ҡаҙыуҙа эшләүсе стахановсылар Ғәйфуллин, Вахнин, Мөхәмәтдинов, Артикиев, Шәрипов, Язариев, Исхаҡов, Фәтҡуллин Зәйнулла иптәштәр октябрь айының беренсе 15 көнлөгөндә эш нормаларын 150 проценттан 285 процентҡа тиклем үтәнеләр. Техник иптәш Исмәғил Ғарипов эшселәргә һайлау положениеһын өйрәтә, халыҡ-ара хәл тураһындағы ваҡиғаларҙы һөйләп аңлата.
Бында алтындан башҡа баҡыр, көмөш, цинк кеүек промышленность әһәмиәтенә эйә булған иң ҡиммәтле металдарҙың барлығы тулыһынса асыҡланды. Шулай уҡ Иманғол ауылы эргәһендә һәм “Ҡарағайлы” күле эргәһендә, Иманғолға бара торған Учалы юлы өҫтөндә лә геологик признактар барлығы беленде.
– Был алтын ятышы, – ти геолог иптәш Гәрәев, – бик бай перспективалы, 4-5 йылдан һуң был урында яңы завод һалынасаҡ, сөнки был ятыш бик мөһим һәм бик ҡиммәтле булып һанала. Партия һәм хөкүмәт Ишембайға, Мотор заводына нисек әһәмиәт бирһәләр, бында ла шундай уҡ әһәмиәт биреләсәк.
Яңы алтын ятышының урындарын картаға төшөрөү өсөн Башзолото тресының бер топография бригадаһы килеп 11 октябрҙән эшкә башланы.
С. Карам.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 4 ноябрь).