Кәңәшле халыҡ еңелмәҫ13.09.2017
Кәңәшле халыҡ еңелмәҫӘүәлдән беҙҙең халыҡ иң мөһим донъяуи мәсьәләләрҙе йыйынға саҡырып, фекер алышып, күмәкләп хәл итер булған. Бындай сараларҙа ауыл аҡһаҡалдары һүҙ тотҡан, йәш уҙамандарҙың һүҙен тыңлаған һәм, уртаҡ һөҙөмтәгә килеп, артабан хәл итеү юлдарын асыҡлағас ҡына эшкә тотонор булған. Улар “кәңәшле халыҡ еңелмәҫ” тигән әйтемгә таянып донъя көткән, илде, йортто таратыуға юл ҡуймаған.
Беҙҙең Күгәрсен районы етәкселеге лә быуындан быуынға күсеп килгән фәһемле әйтемде үҙҙәренең эш ысулдарында ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә һәм халыҡтың әйтеүенә, һүҙенә иғтибар итеү маҡсатында әленән-әле оло эште башлау алдынан йыйылышып, улар менән осрашып һөйләшеүҙе хуп күрә.
Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә педагогтарҙың конференцияһы үтте. Уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, ата-әсәләрҙе йыйып, 2016/17 уҡыу йылына йомғаҡ яһау, алдағы миҙгелгә бурыстар ҡабул итеү, әлбиттә, мәғариф өлкәһендә бер ни тиклем алға китешкә ышанысты арттыра. Күгәрсен районы хакимиәте ошондай юлдан бара ла инде.
Йыйын, һәр ваҡыттағыса, Дан аллея­һындағы батыр әсәләргә һәм был юлы яҡташыбыҙ — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һәйкәленә гөлләмә һалыуҙан башланды, сөнки халыҡ үҙ районының тыл яугирҙәре һәм яҡташтары менән ғорурлана, уларға хөрмәт күрһәтә. Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтарҙы пионерҙарҙың ҡаршы алыуы йыйынға мәртәбә өҫтәне. Был – балаларҙы үткән һәм бөгөнгө тормош ағышы менән таныштырып, киләсәкте төҫмөрләргә өйрәтеүҙең бер сағылышы.
Был ҡорҙоң атамаһы ла үҙенсәлекле – “Йәш быуынды ғаиләнән, тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙән, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған милли йолаларыбыҙҙы һаҡларға өйрәтеүҙең уҡытыу-тәрбиә эшендәге роле”. Ысынлап та, йыйын барышында мәғариф учреждениеларының күргәҙмә әсбаптарына иғтибар иткәндә, төбәктә үрҙә һаналған йүнәлештә әүҙем эш алып барылыуы һиҙелә. Етмәһә, күргәҙмәне ойоштороуҙа ата-әсәләрҙең әүҙемлеге быға дәлил. Тимәк, улар уҡыу-уҡытыу эшенә битараф түгел.
Һәр күргәҙмәнең үҙенә генә тәғәйен темаһы бар. “Беҙ уҡырға яратабыҙ”, “Мин һалдат булам”, “Атайым һәм әсәйем һабаҡтары”, “Рухи байлыҡ әсә теленән башлана”, “Эше барҙың — ашы бар”, “Беҙ, пионерҙар — районыбыҙ киләсәге”, “Спорт — һаулыҡ нигеҙе”, “Күгәрсен еренең данлы егеттәре һәм ҡыҙҙары”, “Хәүефһеҙлек үҙебеҙҙән тора”, “Тәбиғәт — беҙҙең байлыҡ” — шуға асыҡ миҫал. Бындай тәрбиәүи саралар төбәктең мәғариф өлкәһендә эштең яҡшы ҡуйылышы һәм барышы тураһында һөйләй ҙә инде.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев билдәләүенсә, маҡсаттары – һәр ауылда эш урындары булдырыу, эшсе ҡулдарҙы сит-яттарға китеүҙән һаҡлап, мәктәптәрҙе яптырыуға юл ҡуймау. Шул саҡта ғына ауылдар йәшәр, белем усаҡтары бала тауыштарынан гөрләп торор, һәр бала ата-әсәһе эргәһендә тәрбиәләнеү бәхетенә өлгәшер.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Наилә Юнысова, ғаилә менән мәктәптең тығыҙ бәйләнешенә өҫтөнлөк бирелеүен әйтеп, шул юҫыҡта эшләүҙең уҡыу-уҡытыуҙа, тәрбиә эшендә ыңғай һөҙөмтәләргә илтеүенә баҫым яһаны.
— Бөгөн тормош йәшен тиҙлегендә үҙгәреп тора, хатта ҡайһы осраҡта уның артынан өлгөрөп тә булмай, – тине ул. – Ошондай ваҡытта мәктәпкә килгән балаларҙың аң-белеме лә күпкә тәрән була, ысынбарлыҡты ла төплө аңлайҙар. Бындай заманда мәғариф хеҙмәткәр­ҙәренең генә түгел, ғаиләнең дә, ата-әсәләрҙең дә белемле, киң ҡарашлы булыуы талап ителә. Шуға ла районда мәктәп менән ата-әсәләрҙең берҙәм эш алып барыуын яҡлайбыҙ.
Илдә тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә мәғариф өлкәһендә лә ҡайһы саҡта көс етмәҫлек булып тойолған ҙур үҙгәрештәр әленән-әле булып тора. Бындай ҡатмарлы мәсьәләне тормошҡа ашырыу өсөн мәктәп менән ата-әсәләрҙең тығыҙ бәйләнештә булыуы шарт. Белем усағының тын алышын, эш барышын ата-әсәләр белеп торған кеүек, мәктәп тә ата-әсәләрҙең балаларына булған мөнәсә­бәтен күҙәтә. Ата-әсәләр мәғариф учреждениеларының бөтә эшендә ҡатнаша, уҡыу, тәрбиә шарттарын тикшереп, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә күмәкләп ярҙам итеү мөмкинлеген таба, бер уҡыусы ла йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай, сөнки ғаилә — ул йәшәйештең нигеҙе, киләсәккә юл күрһәткән маяҡ.
Кәңәшле халыҡ еңелмәҫМәктәп менән ата-әсәләр берҙәмлеге районда йәш быуындың төрлө яҡлап үҫеүендә ҙур әһәмәткә эйә. Мәғариф өлкәһендәге уңыштар өсөн беҙ ата-әсәләргә бурыслы. Тик ғаилә генә йәш быуынға тәрән аҡыл, кешенең ыңғай сифаттарын һеңдергән бөтмәҫ көс. Бөгөн беҙ берҙәм эштең бәләкәй генә өлөшөн күрһәтә алдыҡ һәм ғаиләнең ил өсөн, үҙебеҙҙең ерлек өсөн иң ҙур байлыҡ икәненә инандыҡ. Мәктәп менән ғаилә — ул еңелмәҫ көс.
Күп балалы ата-әсәләрҙе, уҡытыу-тәрбиә эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы, шул уҡ ваҡытта берҙәмлекте булдырыуға күп күс һалған класс етәкселәрен тәбрикләү булды. Мораҡта ойошторолған уҡытыусылар ҡоро үҙенсәлекле формала үтеүе менән күңелгә йылылыҡ бирҙе.
Шулай ҙа илдең төп алмашсылар әҙерләү усағы булған мәғариф өлкәһендә көрсөк заманында иҡтисадтың наҡыҫ булыуы Күгәрсен районын да урап үтмәгән. Әммә төбәк етәкселеге тотош йәмәғәт­селек менән берлектә ауыр мәсьәләне еңеп сығыу юлын таба. Туған телде уҡытыу-уҡытмауға ҡоролған мәсьәләне лә улар ыңғай хәл иткән, тимәк, башҡорт теле һәр мәктәптә лә элеккесә уҡытыласаҡ, тип ҡыуандырҙылар.


Вернуться назад