Бүләктең дә ниндәйе бит! Күҙең ҡыҙырлыҡ, йәнең рәхәтләнеп уйнарлыҡ, ғәмһеҙ бала саҡтың мөғжизәгә тиң ҡалыр иҫтәлеге. Ниндәй бүләк икәнлеген тиҙерәк белгегеҙ киләме? Кескәйҙәр өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре һәм олатай-өләсәйҙәре өсөн дә мауыҡтырғыс урындарҙың береһе — Балалар уйын паркы үҙ ишектәрен асты. Хәҙер Сибайҙың үҙ “Кремле”, “Спас башняһы” бар.Билдәле булыуынса, Рәсәй ҡалаларында мөхит сифатын яҡшыртыу һәм уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында, биш йылға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхите” проекты барлыҡҡа килде. Сибай был проектҡа баштан уҡ инеп отолманы. Проект нигеҙендә күп ҡатлы йорттар ихатаһы төҙөкләндерелде, яңы асфальт һалынды, Мәжит Ғафури исемендәге парк, “Йәшлек” скверы танымаҫлыҡ яңы төҫ алды.
Үткән йыл ҡала етәкселеге Наталья Водянованың “Обнаженные сердца” мәрхәмәтлек фонды иғлан иткән инклюзив балалар майҙансығы төҙөү буйынса конкурста ҡатнашырға теләк белдерә.
Ҡыуанысҡа күрә, сибайҙар был проектта уңышлы еңеп сығып, республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙең бик аҙ ғына (төҙөлгән майҙансыҡ Рәсәй буйынса — 17-сеһе) ҡалаларында урынлашҡан, өр-яңы уйын конструкциялары һатып алыуға ете миллион һум аҡса бүленеүгә өлгәшә.
Программаға ярашлы, ҡала хакимиәте майҙансыҡ өсөн урын әҙерләү, уның яны биләмәһен кәртәләү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен үҙҙәре башҡарырға тейеш була. Был маҡсатҡа, “Уңайлы ҡала мөхите”нә ярашлы, ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленә һәм эштәрҙең барыһын да “Партнер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡара.
Көҙҙөң бер аҙ моңһоуланып тороуына ҡарамаҫтан, уйын паркын асыуҙа балаларҙың яңғыраған шат тауыштары, гүйә, моңһоу көҙҙө бер аҙға булһа ла йылмайтырға мәжбүр итте. Ҡапыл болоттар араһынан хасил булған Ҡояш апай ҙа кескәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашҡандай тойолдо. Бала-саға күҙҙәрен ҡамаштырған матурлыҡ алдында бер аҙ баҙап торғандай булды ла кемуҙарҙан һәр бер уйынсыҡты шәхсән урап сығыр өсөн йүгерҙе. Кемдер бәүелсәктә бәүелһә, икенселәр башняның эсен байҡаны, өсөнсөләр сихри уйын майҙансығын ситтән күҙәтте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: майҙансыҡта урынлаштырылған бөтә ҡоролмаға ла Рәсәй ГОСТ-ы талаптарына ярашлы сертификат бирелгән. Улар Европа хәүефһеҙлек нормаларына тап килә.
Резина япмалы модулле яҫылыҡ кескәйҙәрҙең имгәнеү, ҡолау, ауыртыу күренешен булдырмаҫҡа ярҙам итә, зауыҡлы эскәмйә, беседкалар иһә ололар өсөн ял урыны булараҡ ҡуйылған. Әйткәндәй, уйын майҙансығы 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә уйын ҡоролмалары ҡулайлаштырылған.
Киләсәктә Балалар уйын паркының ҡаланың иң матур урындарына әйләнәсәгенә шик юҡ. Тик матурлыҡты һаҡлап, ҡәҙерләһәң генә, ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Быны онотмаҫҡа кәрәк. Кескәйҙәрҙең шат тауышынан яңғырап торор урын ҡала халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.
Сибай ҡалаһы.