Ғаиләлә милли үҙаң һәм рух орлоҡтары12.09.2017
Балаларға рухи тәрбиә биреү – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Бәләкәстәр рухи яҡтан ныҡ, сәләмәт булырға тейеш. Рухһыҙҙар халҡын көсһөҙләндерә. Ундай бала иҫәпкә бар, һанға юҡ хәлендә ҡала. Үҙ халҡын ҡотайтмағандар башҡа милләттәрҙе лә ишәйтә, нығыта алмай. Балаға рухи көс, рухи сығанаҡтарҙы ҡайҙан алырға? Нисек итеп тәрбиәләргә һуң?
Иң тәүҙә, әлбиттә, ата-әсә булараҡ үҙ тәжрибәбеҙгә таянабыҙ. Олатай-өләсәй, туғандар кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ, үҙтәрбиә менән шөғөлләнәбеҙ һәм махсус әҙәбиәт аша тәрбиә биреү алымдарын, серҙәрен өйрәнәбеҙ. Холҡобоҙҙа булған, ғәҙәткә һеңгән насар яҡтарҙы төҙәтәбеҙ. Бала – ғаилә көҙгөһө. Был әйтемде иҫтән сығармайбыҙ.
Ғалим Рафаэль ағай Аҙнағоловтың түбәндәге фекерен әйтеп үтмәксемен: “Һәр халыҡтың үҙ теле, үҙ ижады, үҙ ғөрөф-ғәҙәте, үҙ йәшәү рәүеше. Белем һәм тәрбиә биреү юлдары ла халыҡтың милли үҙенсәлегенә бәйләнгән. Халыҡта бик тапҡыр әйтем бар: әсә һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәҫ. Тимәк, һәр халыҡтың үҙ тәрбиәүи системаһы бар”. Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, тәрбиә биреү системаһына милли айырымлыҡ, милли үҙенсәлек, милли ҡанундар һалынған тигән һығымтаға киләбеҙ. Бөгөн беҙ, ата-әсә булараҡ, балаларыбыҙҙы туған башҡорт телен яҡшы белгән, үҙ милләтенән оялмаған һәм киләсәктә рухи яҡтан көслө, аңлы милләтебеҙ вәкилдәре итеп тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуйғанбыҙ. Алдыбыҙға алған бурысыбыҙҙы, йәғни ғаиләлә балаларыбыҙға нисек итеп милли үҙаң һәм рух орлоҡтары һалыныуҙы ете пунктҡа бүлеп күрһәтергә булдым.
Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Әҙәм балаһы исемен аҡлау маҡсаты менән йәшәргә, уны ишеткән һайын рухы артырға, ошо бәрәкәттә юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыштарға өлгәшергә тейеш. Шуға ла беҙ улыбыҙға – Ғайсар, ҡыҙыбыҙға Нургөл тип исем ҡуштыҡ. Ғайсар исеменең ике мәғәнәһе бар. Беренсеһе – ҡайнар шишмә, икенсеһе – император. Үҙен иленең хужаһы итеп тойһон һәм тормошта ҡайнап йәшәһен тип теләп кенә торабыҙ.
Иле юҡтың – көнө юҡ, теле юҡтың – йүне юҡ. Балаларыбыҙҙың теле атай, әсәй тип асылды. Өйҙә, урамда, сауҙа үҙәктәрендә, балалар майҙансығында беҙ үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Тартынмайбыҙ. Ҙур улыбыҙ ҙа теленән оялмай. Ағинәйебеҙ М. Бураҡаева һүҙҙәрен хәтеребеҙҙән сығармайбыҙ: “Туған тел – кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел – ул күңел теле, тойоу теле, быуындан быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе ҡөҙрәт”.
Туғандарҙың ишле булыуы – бәхет. Ике яҡтан да туғандарыбыҙ ишле. Балаларыбыҙ туғандарын белеп, танып, аралашып үҫеп килә. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа, балалар ҙа, ололар ҙа компьютер, планшет, телефон, телевизорһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтермәйбеҙ, цифрлы техникаға ҡарап күҙ талдырабыҙ. Был күренештең ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бихисап. Әммә беҙ йәнле аралашыуҙы хуп күрәбеҙ һәм шулай булһын өсөн йышыраҡ осрашырға-күрешергә, йәнле аралашыу булдырырға тырышабыҙ.
Мөхит кешене тәрбиәләй. Үҫентене үҙ тамырынан айырһаң, ул ҡорой. Шуға күрә һәр милләт үҙенең әҙәп-әхлаҡ, йола, ғөрөф-ғәҙәт, йәшәү рәүеше ҡанундарына ярашлы үҫергә хаҡлы. Ә яһалма мөхиттә сит ҡанундар менән тәрбиәләргә тырышыу – алйотлоҡ. Милли үҙаңды һәм рухты тәрбиәләү һәм артабан үҫтереү милли мөхиткә бәйле. Милли мөхиттең башланғысы, тәү сығанағы – ғаилә. Ошо фекерҙән сығып, беҙ маҡсатлы рәүештә Өфөгә күсеп килгәс, балабыҙҙы башҡорт балалар баҡсаһына бирәсәкбеҙ тип, иң тәүҙә башҡорт балалар баҡсаһы эҙләп таптыҡ. Артабан инде баҡсабыҙға йөрөтөүе уңайлы булһын өсөн фатирҙы ла 166-сы балалар баҡсаһы эргәһендә алдыҡ. Киләсәктә Ф. Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһына йөрөтөүе лә уңай буласаҡ. Рухлы башҡорт балалары тәрбиәләү өсөн ғаиләләге милли мөхит кенә етмәй. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән беҙ — ата-әсәләр — бер маҡсатта булырға тейешбеҙ.
Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт. Белеүебеҙсә, бала уйнағанда асыла. Эштән һуң ни тиклем арып-талһаҡ та, өйҙә эшебеҙ күп булһа ла, балаларыбыҙға ваҡыт бүләбеҙ. Беҙ уйнарға яратабыҙ. Бәләкәсебеҙ бармаҡ уйындары, һикерткес-һөйгөстәр ярата, улыбыҙ “Бесәйем-бесәйем”, һатыусы-һатып алыусы, йәғни магазин уйынсыҡтары менән генә түгел, ә беҙҙең менән бергә уйнауҙы хуп күрә. Саф һауала күмәгерәк булһаҡ “Аҡ тирәк, күк тирәк”те, “Алырымҡош менән Бирмәмҡошто” уйнайбыҙ.
Китап – белем шишмәһе. Улыбыҙҙың яратып уҡытҡан китабы – “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ”. Гүзәл Ситдиҡованың шиғырҙарын ятлап тигәндәй алды. Башҡортса балалар китаптары уҡыйбыҙ. Тыңлайҙар. Ғайсар аңламаған һүҙҙәрҙе нимә була ул, нимәне аңлата ул тип һорай, тимәк, һүҙ байлығын арттыра.
Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер, ти халҡыбыҙ. Башҡортостаныбыҙҙың һәм баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында, байрамдарҙа йыш булабыҙ. Төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Ғайсарға шиғыр ятларға кәрәк, беҙҙә байрамға арналған сара була тип балалар баҡсаһынан шылтыратһалар, өйгә эшкә яуаплы ҡарайбыҙ һәм мөмкин тиклем яҡшыраҡ итеп әҙерләнеп барырға тырышабыҙ. Әүҙем тормош позицияһын хуп күрәбеҙ.
Бала рух төшөнсәһен өйҙән, ғаиләнән башлап ала. Ғаилә тәрбиәһендәге етешһеҙлектәр һәм аҡ таптарҙы аҙаҡ бер ниндәй ҙә педагогик метод һәм алымдар менән дә тулыландырып, ҡаплап булмаясағын аңлайбыҙ. Киләсәктә тәрбиәселәр, уҡытыусылар менән берлектә барлыҡ сараларҙа ла әхлаҡлылыҡ, хеҙмәткә һөйөү, кешегә ихтирам тәрбиәләү кеүек иң мөһим сифаттарҙы һиҙҙермәй генә бала күңеленә һеңдерә барыуыбыҙға иманым камил. Йәмғиәтебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисергән саҡта, милли ҡиммәттәр үлсәүгә һалынған заманда бер маҡсатта булайыҡ!
Айгөл ИШЕҒОЛОВА,
166-сы башҡорт балалар баҡсаһы
тәрбиәләнеүсеһенең әсәһе.