Өмөт йәшәтә13.04.2012
Тормош ҡатмарлы, әҙәм балаһына төрлө һынау ҡуя. Юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел. Бөгөн күпме кеше ниндәйҙер сәбәп арҡаһында аралары өҙөлгән яҡындарын, туғандарын, дуҫ-иштәрен, таныштарын, бергә уҡыған, эшләгән иптәштәрен эҙләй. Тулҡынландырғыс осрашыу минуттарын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Өмөт йәшәтә бит әҙәм балаһын. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға “Эҙләшәйек, табышайыҡ” исемле яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ.
“Һеҙгә ҙур үтенес менән Ҡариҙел районынан мәғариф ветераны Степан Иванович Афанасьев мөрәжәғәт итә: күп йылдар үҙем эшләгән Бағаҙы урта мәктәбенең ике уҡытыусыһын табышырға ярҙам итһәгеҙ ине.
1942 йылдың 8 мартында булды был хәл. 20 — 25 саҡрымға саңғыла йүгереү ваҡытында Юлдаш ауылы уҡыусыһы Шәфҡәт Исмәғилевтең ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Ҡарттар иҫләүенсә, Ҡариҙелдә суд та булған. Мәктәп етәксеһе Ғирфановты, физкультура уҡытыусыһы Кирәевте хөкөм иткәндәр. Шуныһы үкенесле: уларҙың тулы исем-шәрифен, тыуған районын берәү ҙә хәтерләмәй. Ул дәүерҙә беҙҙең яҡтарҙа уҡытыусыларҙы халыҡ “абый”, “апа” тип йөрөткәнгәлер инде.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, республика Мәғариф министрлығы архивтарында Ғирфанов менән Кирәев хаҡында һис бер мәғлүмәт табылманы. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тиклем уҡытыусыларға йүнәлтмәне Мәғариф халыҡ комиссариаты, Мәғариф министрлығы биргән, һуңынан ғына ҡала, район хакимиәттәренең мәғариф бүлектәрендә эшкә алыу тураһында бойороҡ яҙылған. Урта мәктәп директорҙарын партия район комитеты бюроһының ултырышында раҫлағандар һәм исемлекте Өлкә комитетҡа тапшырғандар.
Әле мин Бағаҙы мәктәбе тарихы буйынса материал туплайым. Үрҙәге уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт эҙләп, төрлө үҙәк, республика архивтарына мөрәжәғәт иттем, әммә һөҙөмтәһе булманы.
Әгәр Ғирфанов һәм Кирәев хаҡында нимәлер белһәгеҙ, йә ишетһәгеҙ, түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: 452360, Башҡортостан Республикаһы, Ҡариҙел ауылы, Максим Горький урамы, 16-сы йорт, 3-сө фатир, тел.: (834744) 2-14-31”.
Ф. ҒАФАРОВ әҙерләне.


Вернуться назад