Хәүефләнергә урын юҡ12.09.2017
Хәүефләнергә урын юҡРеспубликала ҙур төҙөлөш башлау төплө уйланылған, халыҡ менән кәңәшләшеп эшләнгән аҙым була. Завод булһынмы, сауҙа комплексымы – тәү сиратта уның эргә-тирәлә йәшәгән кешеләргә уңайһыҙлыҡтар килтереү-килтермәүен, экологик яҡтан йоғонтоһон өйрәнәләр.

Хәтерегеҙҙәме, бынан тиҫтә йыл элек Өфө эргәһендә “Ласселсбергер” керамика заводы төҙөлөү тураһында һүҙ сыҡҡас, халыҡ араһында имеш-мимеш күбәйҙе. Әммә, заводтың Европаса технологияларға ярашлы эш итеүен аңлатҡас, төҙөлөштө барыһы ла ыңғай ҡабул итте. Предприятие нисә йыл дауамында экологик яҡтан бер шелтә алмайынса уңышлы эшләп килә һәм Башҡортостан баҙарында ғына түгел, тирә-яҡ төбәктәрҙә лә улар етештергән продукция һорау менән файҙаланыла. Башҡортта фәһемле мәҡәл бар: “Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр”. Ошо көндәрҙә заводтың эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн Силәбе өлкәһенең төп матбуғат сараларының мөхәррирҙәренән, хәбәрселәренән торған десант килде. Бының сәбәбе лә ябай ғына: әлеге завод Силәбе менән Әбйәлил районы сигендә урынлашасаҡ. Башҡортостанда йәнә лә 500 эш урыны, инвестиция күләме 200 миллион евро тәшкил иткән яңы завод төҙөүгә ҡуш ҡуллап риза булһалар, Силәбе өлкәһе халҡы быға ҡаршылыҡ белдереп петиция яҙған. Шуға ла хәбәрселәр заводтың эшмәкәрлеге менән танышып, халыҡҡа ысынбарлыҡ нимәнән ғибәрәт икәнен аңлатмаҡсы.
Тәү сиратта беҙҙе шуныһы аптыратты: бөтөн ерҙә иҫ киткес таҙалыҡ. Бетон, гипс һәм башҡаһы менән эш иткән урында саң да, бысраҡ та юҡ.
Әбйәлил районында асыласаҡ заводтың директоры Жан Го һәр һорауға ентекле яуап бирҙе.
– Компанияның сәйәсәте шуға ҡоролған: етештереү экологик яҡтан таҙа сеймалдан тора. Бөгөн һеҙ күргән барлыҡ системалар Әбйәлил районында ла ҡулланыласаҡ. Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: әлеге завод ун йыл самаһы элек төҙөлдө. Бөгөн иһә технологиялар тағы ла алға китте, шуға яңы предприятиела бары тик заманса ҡоролмалар ҡулланыласаҡ.
Ысынлап та, сеймал экологик яҡтан таҙа булғас, һауаға бер ниндәй ҙә химик элементтар осоп сыҡмай. Заводта көслө фильтрҙар ҡулланыла. Улар саң һәм углекислоталы газдың 95 процентын “тотоп” ҡала.
Хәбәрселәргә экскурсия ойошторған завод инженеры Владимир Курас етештереүҙең зарарһыҙ булыуына барыһын да ышандырҙы.
– Беҙҙең предприятие экологияға ҡағы­лышлы барлыҡ закондарҙы ла теүәл үтәй. Нормативтар буйынса эшләйбеҙ. Әйтәйек, тауыш кимәле регламент буйынса тап килә. Экологик паспорт та төҙөлгән. Барлыҡ участкаларҙа ла туҙанды йыйыу системалары ҡуйылған, йәғни атмосфераға зарарлы матдәләр бөтөнләй эләкмәй тиһәк тә була.
Заводта ҡулланылған һыу ҙа таҙартыу ҡоролмалары аша үткәрелә һәм кире сәнәғәт процесына ебәрелә. Ул башлыса технологик маҡсаттар өсөн ҡулланыла. Ҡалдыҡтар юҡ. Етештергән мәлдә ватылған керамик плитәләр ҙә кире эшкәртеүгә оҙатыла.
Силәбе журналистары 150 метрға һуҙылған мейестәр араһынан үтеп, етештереү процесы менән яҡындан танышты, эшселәр менән аралашты.
Заводта көнөнә 25-30 мең квадрат метр керамик плитә етештерелә. Эшкә 450-нән ашыу кеше йәлеп ителгән.
Әбйәлил районында төҙөләсәк завод көньяҡ-көнбайыш райондары иҡтисады үҫеше өсөн дә ҙур этәргес буласаҡ. Проект буйынса, дөйөм алғанда йылына 300 мең тонна аҡ цемент һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү күҙаллана.
Әбйәлил районында төҙөләсәк завод иһә силәбеләр өсөн дә ыңғай тәьҫир итәсәк. Көньяҡ Урал тимер юлының “Мәмерйә” станцияһына тиклем яңы тармаҡ төҙөү ҡаралған. Күрше өлкә вәкилдәре лә заводта эшләй аласаҡ. Ҡайһы бер сеймал да күрше өлкәнән һатып алынасаҡ.


Вернуться назад