Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!13.04.2012
Һуңғы ваҡытта “Башҡортостан” гәзите шаҡтай үҙгәрештәр кисерҙе. Дизайн яғынан да, йөкмәткене төрлө темалар менән байытыу йәһәтенән дә яңылыҡтарға ынтылабыҙ. Артабан да уҡыусының күңеленә хуш килерлек ҡыҙыҡлы, файҙалы гәзит сығарыу — төп маҡсатыбыҙ. Гәзитте артабан да камиллаштырыу маҡсатында, һеҙҙең уй-фекерегеҙҙе өйрәнеү өсөн, анкета һорауҙары тәҡдим итәбеҙ!

1. “Башҡортостан” гәзитен ҡасандан бирле алдыраһығыҙ?
2. Гәзиттең йөкмәткеһенә дөйөм баһа:
— шәп;
— уртаса;
— оҡшамай.
3. Махсус биттәр тураһында уй-фекерегеҙ:
— ҡайһылары күңелегеҙгә ятышлы?
— ҡайһылары кәрәкмәй?
— тағы ниндәй махсус биттәр булыуын теләр инегеҙ?
4. Рубрикалар тураһында уй-фекерегеҙ:
— ҡайһылары күңелегеҙгә ятышлы?
— ҡайһылары кәрәкмәй?
— ниндәй өр-яңы рубрикалар индерергә тәҡдим итәһегеҙ?
5. Гәзиттең биҙәлеше буйынса уй-фекерҙәрегеҙ.
6. Ҡайһы журналистарҙың мәҡәләләрен яратып уҡыйһығыҙ?
7. Гәзиттең сайтына йыш инәһегеҙме?
8. Нисә йәштәһегеҙ, исем-шәрифегеҙ, адресығыҙ.

Яуапты редакцияға ебәрегеҙ. Бынан тыш, e-mail: bash.bashgazet.ru йәки www. bash.bashgazet.ru сайтындағы анкетаны ла тултырырға мөмкин. Гәзитебеҙҙең артабанғы эшендә һеҙҙең кәңәш-тәҡдимдәрегеҙ иҫәпкә алынасаҡ.


Вернуться назад