Заман мөмкинлектәре арта12.09.2017
Белорет ҡалаһында бер юлы ике “итәғәтле” регистратура барлыҡҡа килгән.

Береһе – балалар поликлиника­һында. Бында регистратура янында сираттар юҡ, табип ҡабул итеүен уңайлы заманса шарттарҙа көтәләр, медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан даими иғтибар тоялар. Коридорға уңайлы терминалдар ҡуйылған, унда теләгән ваҡытта табипҡа яҙылып була. Балалар өсөн ике уйын залы ойошторолған.
Бер сменала поликлиника 300 бәләкәй пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән, учреждение 17 мең баланы хеҙмәтләндерә. Бында 60-ҡа яҡын медицина хеҙмәткәре эшләй.
Икенсе “итәғәтле” регистратура – стоматология поликлиникаһында. Инеү урыны ла уңайлы – мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр өсөн тупһаһыҙ итеп эшләнгән.
Поликлиникала ҡала һәм район халҡына бөтә төрлө стоматологик ярҙам күрһәтелә. 24 табип бер сменала уртаса 310 пациентты ҡабул итә. Учреждение мөдире Әмир Һағынбаев әйтеүенсә, кадрҙар проблемаһы көнүҙәк – белгестәр етмәй. Быйыл коллективҡа ике белгес килгән, тағы биш кеше менән килешеүҙәр алып барыла. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн бында бихисап эштәр башҡарыла, шул иҫәптән торлаҡ проблемаһы ҡарала. Миҫал өсөн, һуңғы биш йылда 16 табипҡа эш урынынан фатир бирелгән.


Вернуться назад