Бала табыу бер ҡасан да һуң түгел12.09.2017
Нефтекама ҡалаһынан Руфина Тимерйәнова бәпес бәпләүгә бер ваҡытта ла һуң түгел икәнлеген үҙ миҫалында иҫбатлаған: ошо көндәрҙә 51 йәшлек ханым һау ҡыҙ бала тапҡан.
Ҡыйыу ҡатындың өлкән ҡыҙына – 30 йәш. Нефтекамалағы бала табыу йорто өсөн был хәл – уникаль күренеш, ғөмүмән, оло йәштә бәпес көткәндәрҙе, ауырлы булыу осоро проблемалы булғанда пациенттарҙы Өфөгә, Республика клиник дауаханаһына оҙаталар. Руфина ханым иһә бала табыу йортона “тиҙ ярҙам” машинаһында эләккән, уға операция яһағандар.
Әлеге ваҡытта әсәнең дә, бәпестең дә хәле яҡшы, ҡыҙға Мәрйәм тигән матур исем ҡушҡандар.