Табиптарға дәғүәләр бар12.09.2017
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росздравнадзор) мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйлеләр йышыраҡ хоҡуҡтары боҙолоуына зарлана. Атап әйткәндә, медицина белгестәре бушлай дауалауҙан һәм операцияларҙы бушлай эшләүҙән баш тарта.
Тәүге ярты йыллыҡта мөрәжәғәттәрҙең 25 проценты ошо темаға ҡағылышлы булған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был ике процентҡа күберәк.
Медицина ярҙамының сифатына ла дәғүәләр күп – мөрәжәғәттәрҙең 20 проценты. Был йәһәттән күрһәткестәр ҡырҡа үҙгәргән – былтыр сифатҡа респонденттарҙың 54 проценты зарланған.
Шулай уҡ кешеләрҙе медицина персоналының пациенттар менән насар мөғәмәлә итеүе, льготалы дарыуҙар мәсьәләһе лә борсой.
Йыл һайын Росздравнадзор граждандарҙан төрлө мәсьәләләр буйынса 60 меңдән ашыу мөрәжәғәт ала. Кешеләр йышыраҡ акушер-гинекологтарға, педиатрҙарға, онкологтарға дәғүә белдерә.