Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!12.09.2017
...Күптән түгел элекке хеҙмәттәшебеҙ, алсаҡ күңелле, ихлас булмышлы шәхес, тәжрибәле журналист Рәшиҙә Мәхийәнованың өлөшөнә төшкән ҙур һынау хаҡында хәбәрҙар булдыҡ.
Быға тиклем дөрләтеп тормош көткән, яҡындарының, балаларының, ейәндәренең уңыштарына шатланып йәшәгән Рәшиҙә ханым әлеге ваҡытта операция яһатып, Республика онкология үҙәгендә дауалана. Аңлап тораһығыҙ, хәле еңелдән түгел. Туғандары барлыҡ мөмкинлектәрен файҙаланып, уға тейешле дарыуҙар ҡайтартҡан, әммә артабан дауаланыр өсөн тағы ла бихисап сумма талап ителә. Ә аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн өмөт бар икән, тимәк, барлыҡ ысулдарҙы табыу зарур.
Ауырыуҙы берәү ҙә һорап алмай, шуға ла ҡаты һынау алдында ҡалған кешенең яҙмышына битараф ҡалмайыҡ. Арағыҙҙа изге күңелле, миһырбанлы кешеләр барҙыр тип өмөтләнәбеҙ һәм хеҙмәттәшебеҙгә Сбербанк картаһына, мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, финанс ярҙамы күрһәтеүегеҙҙе үтенәбеҙ. Уның Сбербанк картаһы: 4817 7601 1425 3077 (Рашида Янсуровна).
“Башҡортостан” дар.