Күсле булһаҡ ҡына көслөбөҙ12.09.2017
Башҡортостан Хөкүмәтенең быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов кисекмәҫтән хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр араһында демография проблемаһын да билдәләне. Уны яҡшыртыуҙың ниндәй юлдары күҙаллана?
Илебеҙҙә халыҡтың хеҙмәт йәшенән ашып киткән өлөшө арта бара. “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был күрһәткес 2011 йылда 23 процент булһа, былтыр 25 процент тәшкил иткән. Тула, Тамбов һәм Рязань өлкәләрендә хатта халыҡтың 30 проценты пенсия йәшен үткән. Башҡортостанда ла оло йәштәгеләр хәҙер 23 процентҡа етте.
Был хәл дәүләтте демографик сәйәсәттең йоғонтоло юлдарын эҙләргә мәжбүр итә. Халыҡ һаны бер аҙға үҫә төшһә лә (шул иҫәптән – Ҡырымды ҡушҡас), ҙур һынылыш булманы әлегә. Башҡортостанда үрсем ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Үткән йыл республикала тыуым һаны үлемдән күберәк булды. Айырыуса Баймаҡ, Туймазы, Бөрө ҡалаларында һәм Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарында тыуым республиканың башҡа төбәктәре менен сағыштырғанда күберәк. Эксперттар раҫлауынса, этно-мәҙәни һәм дини ҡиммәттәрҙең, традицион ғаилә ҡоро­лошоноң һаҡланып ҡалыуы тыуымдың да артыҡ кәмемәүенә килтерә. Шуға оҡшаш хәлде Төньяк Кавказ республикаларында ла күрергә мөмкин: ҙур ғаиләгә шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәбенә туҡланыу еңелерәк.
Рәсәйҙең Юғары иҡтисад мәктәбен­дәге Демография институты директоры Анатолий Вишневский раҫлауынса, тыуымды әсәлек капиталы түләү нигеҙендә дәртләндереү халыҡ һанының ҡырҡа артыуына килтермәне. “Тыуым 2000 йылда уҡ арта башлағайны, ә әсәлек капиталы ете йыл һуңыраҡ барлыҡҡа килде”, – ти ул.
Демографик хәлгә эске миграция ла кире йоғонто яһай. Элегерәк юғары уҡыу йортон тамамлағандар ҙур ҡалаларға ынтылһа, хәҙер мәктәпте тамамлағас уҡ кисәге уҡыусылар сифатлы белем алыр өсөн иң яҡшы университеттарға инергә тырыша. Ауылдарҙан күпләп ҡалаға күсеп киләләр, ҡалаларҙан – Мәскәүгә. Ә Мәскәү йәштәре сит илдәрҙәге юғары уҡыу йорттарына барырға ашҡына. Был Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә лә хас.
Ситтән күсеп килеүселәр урындағы халыҡтың кәмеүен һәр ерҙә лә ҡаплай алмай. “Башстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда миграция ағымын бер нисә муниципаль районда ғына ыңғай тип иҫәпләргә була: Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Архангел райондарында, Учалы һәм Бөрө ҡалаларында. Ә Дүртөйлө районында, Сибай һәм Ағиҙел ҡалаларында ситкә китеүселәр бында күсеп килгәндәрҙән 30 процентҡа күберәк.
Был хәл хеҙмәт баҙарына ла кире йоғонто яһамай ҡалмай. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуым бик аҙ булған быуын хеҙмәт осорона аяҡ баҫты һәм эш ҡулдарының етешмәүе асыҡ һиҙелә башланы. Донъялағы иҡтисади көрсөк арҡаһында килемдең кәмеүе йәш ғаиләләр барлыҡҡа килеүен дә аҙайтты, сөнки егеттәр һәм ҡыҙҙар хәҙер башта белем алырға һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған урын табырға тырыша, шунан һуң ғына ғаилә ҡороуҙы планлаштыра. Ә был тиҙ генә тормошҡа аша торған маҡсат түгел. Тәбиғи, һөҙөмтәлә балалар тыуыуы ла кисектерелә.
Демография белгестәре аңлатҡанса, тыуымды арттырыуҙы дәүләт ярҙамында дәртләндереү Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла уңышһыҙлыҡҡа осрай, шуға күрә беренсе сиратта тормоштоң сифатына иғтибар бирергә кәрәк. Мәҫәлән, хеҙмәт йәшендәге халыҡтың сәләмәт­леген күҙәтеү, әлеге заманда ғүмер оҙайлығын кәметкән йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм яман шеште дауалауҙы яҡшыртыу.
Илдең ауыл райондарында халыҡтың кимәле ҡала менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуы күпләп ситкә китеүгә йәки ауыл-ҡасабаларҙағы эшһеҙлектең көсәйеүенә алып килә. Яңы эш урындары булдырыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты дәртләндереү генә халыҡтың ситкә китеүен кәметәсәк йәки туҡтатасаҡ. Ауылда һәм бәләкәй ҡалала йәшәү отошло булырға тейеш. Урындағы властың нисек эшләүе лә шул юҫыҡта нығыраҡ күренәсәк.


Вернуться назад