Ҡыҫҡаса12.09.2017
Өфөлә иң боронғоһо булған “Еңеү” кинотеатры эшләүҙән туҡтаны. Яҡын арала ул һатыуға ҡуйыласаҡ. Баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте белдереүенсә, яңы хужаның ҡасан табылыры әлегә билдәле түгел.

Был кинотеатр 1949 йылда асылған. Төҙөлөштә, нигеҙҙә, немец әсирҙәре эшләгән, ә исеме тәүге кирбестең 1945 йылдың 9 майында һалыныуына бәйле. Ике йыл элек ошо бинаның хужаһы булған “Еңеү” кинокомплексы” йәмғиәте автомобиль шиналары заводы төҙөү өсөн 60 миллион һумлыҡ кредит алған һәм уға аҡсаны кире ҡайтара алмаған осраҡта кинотеатрҙы һатып түләү шарты ҡуйылған. Хәҙер ошо кредитты биреп торған “Төбәк фонды” йәмғиәте был бинаға хужа булырға йыйына.

***

“Һимереү” дигнозы ҡуйылған кешеләрҙең күпселеге Ненец автономиялы округында, Алтай крайында һәм Пенза өлкәһендә йәшәй. Был турала “Роспотребнадзор”ҙың былтырғы йомғаҡтар буйынса докладында әйтелгән.

Документтан күренеүенсә, 2011 йылдан алып 2016 йылға саҡлы ошондай диагноз ҡуйылған кешеләр һаны 2,3 тапҡырға артҡан! Был күрһәткестең артабан да үҫә барасағы күҙаллана. “Сирҙең шулай киң таралыу сәбәбе – туҡланыуҙың балансланмаған булыуы. Рационда бик йыш ҡына мөһим макро- һәм микроэлементтар етешмәй, ә ябай углеводтар кәрәгенән артыҡ”, тип раҫлана докладта.
Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы белдереүенсә, һимереүҙән иң ныҡ интеккәне – АҠШ халҡы. Илдә йәшәгәндәрҙең 38,2 процентына шундай диагноз ҡуйылған йәки яҡын киләсәктә ҡуйылыу хәүефе янай. Икенсе урында – Мексика, артабан Яңы Зеландия килә. Был йәһәттән иң сәләмәт тип иҫәпләнгәне Япония икән – бындағы халыҡтың 3,7 процентының ғына ауырлығы артыҡ. Рәсәй исемлектең уртаһындараҡ, уның халҡының 19,6 проценты ошо проблема менән осраша.

***

Башҡортостан Рәсәйҙең автомобиль баҙары иң үҫешкән ун төбәге араһында дүртенсе урынды биләй. Быйылғы икенсе өс айлыҡ йомғаҡтары буйынса республикала 13,8 мең яңы еңел автомобиль һатылған.

Исемлектә беренсе урында – Мәскәү ҡалаһы. Унда ошо осорҙа 53,7 мең автомобиль һатылған. Икенсе урында – Мәскәү өлкәһе (29,3 мең), өсөнсөлә Татарстан (17,8 мең) килә. Республикалағы автомобиль баҙарында автокредит өлөшө 57 проценттан ашҡан. Быйылғы икенсе кварталда кредитҡа һатып алынған автомобилдәрҙең өлөшө уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 34,8 процентҡа күберәк. Эксперттар билдәләүенсә, үҫеш тәүге сиратта автокредитты ташлама менән биреү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле. Ул 2017 йылға ла оҙайтылғайны.

***

Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова белдереүенсә, пенсия йәшен арттырыу илдең Пенсия фондының хәлен оҙайлы ваҡытҡа еңеләйтә алмай. Күпмелер дәүер үткәс, “экономияланған” пенсия аҡсаһын барыбер түләй башларға кәрәк буласаҡ икән.

“Кеше 40 йыллыҡ хеҙмәте осоронда лайыҡлы пенсия тупланмаһы булдырыуға өлгәшә алмай”, тине Палата етәксеһе. Был мәсьәләне фәҡәт финанс белгестәре генә иҫәпләгән хәлдә халыҡ яғынан ышаныс барлыҡҡа килмәйәсәк. Рәсәйҙәр дәүләт ошондай юл менән үҙенең финанс мәсьәләләрен хәл итә тип һанай.
– Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы аҡрынлап арта бара, ләкин беҙгә был турала түгел, ә хеҙмәткә һәләтле йәштең үҫә барыуы хаҡында һөйләргә кәрәк. Граждандың ниндәй шарттарҙа йәшәүе һәм эшләүе иғтибар үҙәгендә торорға тейеш, – тине Татьяна Голикова.

***

Өфөнөң Совет районы хакимиәте белгестәре рөхсәт ителмәгән урам сауҙаһына юл ҡуймау маҡсатында даими рейдтар үткәреп тора. Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 13.16-сы статьяһы нигеҙендә был осраҡта ғәйепле кешеләргә штраф һалына.

Урамда аҙыҡ-түлек менән үҙ белдегенә сауҙа иткән кешеләр башҡаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Бер ниндәй документы булмаған һәм сығанағы билдәһеҙ ризыҡты алып ағыуланыуың да бар. Уларҙы һатҡан граждандар, әлбиттә, һис ниндәй медицина тикшеренеүе үтмәгән. Һатҡан урында бик йыш ҡына санитар талаптар күҙәтелмәй. Эш тамамланғас та бындай ерҙә сүп-сар, аҙыҡ ҡалдығы тороп ҡалыуын күрергә мөмкин.


Вернуться назад