Һайлау кампанияһы тамамланыуға бара10.09.2017
Һайлау кампанияһы тамамланыуға бараБѳрѳ ҡала Советы депутаттарын һайлау эшлекле мѳхиттә бара, тауыш бирергә килгән һайлаусылар ҙа был мәсьәлә етди ҡарай.
- Нимәлер байрам итер алдынан, тәүҙә эшләргә кәрәк. Шул саҡта ғына һайланған депутаттар үҙенең эше менән юҡҡа һайланмағанын иҫбат итер, был иһә шатлыҡ ѳсѳн сәбәп булыр. Әлегә иртәрәк... - тине 1402-се һайлау участкаһына килгән пенсионер Леонид Васильевич.
Күп профилле һѳнәри колледжда ла һайлаусылар шундай уҡ ҡарашта. Бында тәүге булып Людмила Беляева тауыш биргән. Ул иртәнге сәғәт 8 тула ла уҡ килеп, комиссияның һайлауға әҙерлек кимәле менән танышҡан.
- Мѳмкинлектәре сикләнгән граждандарға һайлауҙа ҡатнашыу ѳсѳн шарттар тыуҙырылған. Баҫҡыстарҙа пандустар ҡуйылған, махсус илтеүсе юлдар ҙа бар, - ти участок һайлау комиссияһы рәйесе Евгения Алтынбекова.
Тәүге тапҡыр тауыш бирә килгәндәргә иғтибар ҙур. Мѳмкинселектәре булмағандарҙың йорттарына барып һайлаталар. Полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында тора, буфет эше лә ойошторолған. Тик бѳрѳләр был һайауҙа әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй. Киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың бары 23 проценты ғына тауыш бирергә килгән ине. Ә Ѳфѳ районында ошо уҡ ваҡытҡа ҡарата 37,9 процент һайлаусы ҡатнашҡан. Был юлы белореттар әүҙемлек күрһәтә, сѳнки был ваҡытта һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 39,4 процентты тауыш биргән.
Әлбиттә, был һандар һуңғы күрһәткес түгел, шуға ла иң йомғаҡлаусы һандар ыңғай булыр, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад