Ете тарафтан ете хәбәр13.04.2012
Ауыл яҙмышы борсой
Мишкә районының Бабай ауылы халҡы йыйылыш үткәрҙе.
Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү, ауылды һәм мәсетте төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Изге эште башлаусылар – ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге көндә район үҙәгендә йәшәүсе эшҡыуарҙар. Артабан ауылда ҙур сара – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштормаҡсылар.
Тарихи сығанаҡтар буйынса, боронғо башҡорт ауылына 1719 йылда Бабаевтар нәҫеле нигеҙ һалған. 1906 йылда бында өс мәсет, ике мәҙрәсә, өс тирмән, сауҙа лавкалары булған. Тик күптән түгел бында берҙән-бер мәктәп ябылған.
“Дуҫлыҡ”.
Мишкә районы.


Заман заңына ярашлы

Бөрө ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә эконом класлы, 36 фатирлыҡ өс ҡатлы йорт төҙөлә. Уны йыл аҙағына сафҡа индерәсәктәр.
Төҙөлөштә, заман заңына ярашлы, ресурстар менән энергияны һаҡлаусы технологиялар ҡулланыла. Яңы быуын йылытҡыс материалдары кирбесте аҙ ҡулланырға, шулай уҡ йорттоң тышҡы яғын зауыҡлы итеп биҙәргә мөмкинлек бирә. Һәр фатирҙа газ менән йылытыу, эҫе һыу менән тәьмин итеүҙең автоном системалары ҡуйыласаҡ. Киләсәктә был микрорайонда ошондай тағы ла бер нисә йорт ҡалҡып сығасаҡ.
“Победа”.
Бөрө.


Тәжрибә тупланылар

Райондың Балалар ижады йортонда йәш журналистар өсөн ғәмәли семинар ойошторолдо, унда Аҡъяр, Ивановка, Һамар, Маҡан, Яңы Ергән, Әбүбәкер ауылдарынан 36 үҫмер ҡатнашты.
Балалар репортер һөнәре хаҡында фекер алышты, интервью объектын һайланы, төрлө һорауҙарға яуап эҙләне. Үҫмерҙәрҙең ҡыйыулығы һоҡландырҙы: журналист өсөн был сифат бик мөһим. Үҫмерҙәр, ике төркөмгә бүленеп, Аҡъяр ауылы халҡынан блиц-һорау алды, урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре менән интервью ойошторҙо. Әйткәндәй, репортаж геройҙары араһында ябай кешеләр ҙә, район етәкселеге вәкилдәре лә бар ине.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Театрға – 50 йыл


Урындағы мәҙәниәт-спорт комплексы халыҡты ҙур тамашаға тупланы: Кушнаренко татар халыҡ театры 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Яратҡан театр коллективын күрергә бик күп халыҡ килгәйне. Ярты быуатлыҡ тарихты сағылдырған фотокүргәҙмә лә сәнғәт һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. 50 йыл эсендә ижади коллектив республиканың барлыҡ райондарында, Татарстанда һәм Пермь крайында сығыш яһаған.
“Авангард”.
Кушнаренко районы.


Милләттәштәр осрашты

Түбәнге Балтас ауылында Башҡортостан менән Удмуртия удмурттарының слеты уҙҙы.
Балтас, Борай, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Яңауыл, Нефтекама ҡалаһы һәм сит төбәк ҡунаҡтарын тәтешлеләр ихлас ҡаршы алды, урындағы фольклор коллективтары күркәм тамаша әҙерләне. Делегаттар урындағы мәктәптә, ботаника баҡсаһында, музейҙа булды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Сараны республиканың удмурт милли-мәҙәни үҙәге ойошторған.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.


Беҙҙең ҡыҙҙар гүзәлдәрҙән-гүзәл

Инйәрҙә иң сибәр ҡыҙҙы һайланылар.
“Инйәр һылыуҡайы” бәйгеһенең финалында алты ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың ихласлығы, төплө әҙерләнеүе конкурсты күркәм тамашаға әүерелдерҙе. Еңеүсе титулын Светлана Колесникова яуланы, башҡа ҡыҙҙар ҙа төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
“Белорет эшсеһе”.


Бесәйҙәргә – дан


Ҡаланың сәнғәт мәктәбендә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды: ул тулыһынса бесәйҙәргә бағышланған.
Ҡойроҡло дуҫтарҙың ниндәйе генә юҡ: бейегәндәре, ҡылыс менән алышҡандары, ял иткәндәре... Төҫтәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әйткәндәй, әлеге сара Балалар юмористик һүрәттәренең халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә ойошторолған. Абруйлы бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Украинанан, Белоруссиянан 7,5 мең ижади эш баһаланған, шул иҫәптән, Ағиҙел ҡыҙҙары Гөлнара Мөхәмәтшина менән Настя Ғайсина конкурста ҡатнашып, лауреат исемен яулаған. Туған ҡалаларында иһә уларҙың һәм башҡа балаларҙың эштәренән күнелле күргәҙмә ойошторорға ниәтләйҙәр.
“Ағиҙел уттары”.

Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Вернуться назад