Тәндәге ут киҫәге08.09.2017
“Асыу – ут, – тип өйрәтә Ислам. – Ул бөтә күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек – тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”.

Асыуға юл биргән әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләнең бойороғона ҡаршы төшкән иблискә оҡшаш. “Кешенең тәнендә утҡа оҡшаш кескәй генә ит киҫәге бар, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ул яҡшы булһа, барлыҡ тән таҙара, ә инде насар икән, киреһенсә, бысрай. Ул ит киҫәге – йөрәк. Күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк, асыу Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Бәләнең ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һиҙеп, һаҡланып ҡалырға тырышып, эстә ҡабынып китергә әҙер торған уттан баш тарта белергә, уны күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк”.
Пәйғәмбәребеҙ асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған. Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү итә, наҙандарға ҡарата түбәнселекле була.


Вернуться назад