Асылыкүлдә — ҙур өмә08.09.2017
Асылыкүлдә — ҙур өмәДөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзалары “Асылыкүл” тәбиғәт паркында экологик акция үткәрҙе.
Йәмәғәтселәр Рәсәйҙең Машиналар эшләү союзы вәкилдәре һәм Өлкәндәр университеты тыңлаусылары менән бергә һыу ятҡылығы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты.
— Асылыкүл — республика һәм күрше төбәктәр халҡының яратҡан ял итеү урыны, — тине халыҡ фронтының республикалағы “Генераль өмә” проекты координаторы Морат Шафиҡов. — Башҡортостандағы иң ҙур күлдән халыҡ йыл әйләнәһенә тиерлек өҙөлмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял итеүселәр күбәйгән һайын сүп-сар өйөмдәре лә артҡандан-арта. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре биләмәне тәртиптә тоторға тырыша, өмәләр ойоштора. Әммә уларҙың ғына тырышлығы етмәй.
Йәмәғәтселәрҙең фекеренсә, хәлде тамырынан үҙгәртеү өсөн халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға, экологик мәҙәниәтте үҫтерергә кәрәк.


Вернуться назад