Хеҙмәттәшебеҙ Әҡлимә Рәхмәт ҡыҙы ҒИЗЗӘТУЛЛИНА үҙенең матур ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ошо байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Тиҫтә йылдар инде Әҡлимә Рәхмәт ҡыҙы корректор вазифаһын башҡара. Эшенә бар күңелен һалып, еренә еткереп, теүәл башҡарыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Сабыр, тыныс холҡо менән айырылып тора ул. Күркәм юбилейын билдәләгән хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙер-һөйөүгә төрөнгән оҙон ғүмер, эшенең, ғаилә тормошоноң шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тороуын теләйбеҙ. Киләсәк көндәре ныҡлы һаулыҡта, өмөтлө хыялдарға тулып, тормош юлдашы менән бер-береһенә оло терәк булып, балаларының уңыштарына һөйөнөп, туғандарының, яҡындарының, коллегаларының күңел йылыһын, ихтирамын тойоп, бәхетле, бәрәкәтле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.