Телгенәм-бергенәм06.09.2017
Телгенәм-бергенәмГүзәл Булат ҡыҙы ВИЛЬДАНОВА, Башҡорт дәүләт университеты
Философия һәм социология факультетының
Социаль эштәр кафедраһы профессоры, философия фәндәре
докторы:

Мин башҡорт теле уҡытыусыһы түгел, мин – философ, шулайҙа ла әлеге мәлдә Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленә ҡарата килеп тыуан һорауҙарға яуап эҙләп күп кенә закондарҙы аҡтарып сығырға тура килде. Ни эшләп бындай хәл килеп тыуҙы һуң? Ни өсөн әлегә тиклем бөтә республика менән (аҙнаһына бер дәрес итеп кенә ҡуйылһа ла) башҡорт телен тыныс ҡына, риза булып уҡып килә инек, хәҙер уҡымаҫҡа булдыҡ?
Беренсенән, был һорауға яуап табыр өсөн юридик терминдарға таянырға һәм “башҡорт теле - дәүләт теле (государственный язык)” һәм “башҡорт теле – туған тел (родной язык)” тигән ике аңлатманы айыра белергә кәрәк. Сөнки, Башҡортостан Республкаһы – автономия, ә һәр автономияның Федератив закондарға таянып эшләнгән үҙ Конституцияһы, теле, Башлығы, гимны, гербы, территорияһы бар. Тимәк, Башҡортостан Республикаһында ике дәүләт теле бар: урыҫ – федерация теле, илде берләштәреүсе тел, һәм башҡорт – республикаға исем биргән халыҡтың туған теле. Тап башҡорттар 1917 йылдың октябрь революцияһынан һуң, иң беренсе булып, күп милләтле федератив Рәсәйгә нигеҙ һалыуҙары һәр кемгә мәғлүмдер. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында яңы Федератив Рәсәйгә нигеҙ һалынғанда ла Башҡортостан автономиялы Республика статусын һаҡлап алып ҡалды.
Икенсенән, һәр бер автономиялы Республиканың Конституцияһы бар, шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына ҡаршы килергә тейеш түгел. Рәсәй Федерацияһының “Белем биреү” ҡанунына күҙ һалайыҡ (Закон “Об образовании”) 14 ст. 3 пункт: ”В государственных и муниципальных образовательных организациях, расположенных на территории республики Российской Федерации, может вводиться преподавание и изучение государственных языков республик Российской Федерации в соответствии с законодательством республик Российской Федерации. Преподавание и изучение государственных языков республик Российской Федерации в рамках имеющих государственную аккредитацию образовательных программ осуществляются в соответствии с федеральными государственными образовательными стандартами, образовательными стандартами. Преподавание и изучение государственных языков республик Российской Федерации не должны осуществляться в ущерб преподаванию и изучению государственного языка Российской Федерации».
Өсөнсөнән, 2013 йылдың июль айында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Белем биреү” Ҡанунына үҙгәрештәр индерә ”Преподавание и изучение башкирского языка, как государственного языка Республики Башкортостан, осуществляется в государственных и муниципальных образовательных организациях, расположенных на территории РБ, в рамках имеющих государственную аккредитацию образовательных программ в соответствии с федеральными государственными образовательными стандартами, образовательными стандартами”. 2011-2012 йылда ҡабул ителгән ФГОСҡа (федераль уҡытыу стандарттары) ярашлы, региондарҙың дәүләт телдәре инвариатив (үҙгәртелмәй торған ) өлөштән алып ташланған. Ул стандартҡа ярашлы рәүештә тик туған тел (родной язык) дәресе генә ФГОСтың инвариатив өлөшөнә ингән, ә родной ул төрлө бит инде (родной башкирский, татарский, марийский). Күп кенә мәктәптәр күп туған телдәрҙә һайлау мөмкинлеге бирә алмай (күп милләтле ҡала, ҡасабаларҙа), башлыса туған тел итеп йә урыҫ, йә башҡорт, йә татар телен генә һайлау мөмкинлеге бар. Сыуаш, мари, удмурттар йәшәгән төбәктәрҙә туған телдең уҡытыу уҡытылмауы кадрҙар мәсьәләһенә килеп терәлә.
Шулай булғас, беҙҙең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары республикала уҡытыу Федераль стандарттарға таяна тип үҙгәреш индергәне, һәм 2011-2012 йылдарҙа уҡытыу буйынса яңы стандарттарҙан региондарҙың дәүләт телдәре төшөрөлөп ҡалыу арҡаһында, беҙ – башҡорттар – телебеҙҙе һайлап уҡытырға мәжбүрбеҙ!
Был хәлдән сығыу юлы ниндәй һуң!? Ул бармы!? Бар. 30 август көнө “Аҡ тирмә” милли мәҙәни ойошмаһы үткәргән йыйында ҡабул ителгән резолюцияла ошондай пункт бар “Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайҙан, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 1-се һәм 32-се ст., Рәсәй Федерацияһының 68-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында башҡорт һәм урыҫ телдәре теүәл хоҡуҡлы Дәүләт телдәре булараҡ эш итһен өсөн, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ижтимағи, иҡтисади, хоҡуҡи яҡтарҙан яҡларлыҡ "Дәүләт телдәре тураһында" ҡанунды тиҙ арала әҙерләп һәм ҡабул итеүен һорарға.
Ата-бабаларыбыҙҙың йәҙәр йыл алып барған азатлыҡ, ер, тел, милли үҙаң өсөн көрәше хәҙер юридик терминдарға һәм ҡанундарға барып терәлде!
Интернеттан күҙәтеп барған мәғлүмәттәргә ярашлы аҫаба башҡорттар йәшәгән Бөрйән яҡтарында башҡорт милләтле кешеләрҙең туған телен урыҫ теле итеп һайлауы тураһында хәбәр ителде. Бының сәбәптәрен дә аңлап була: БДИ (ЕГЭ) – кешенең яҙмышын хәл иткес һынау. Шулай булһа ла тел ул бит, ил инәһе Мәрйәм апай Бураҡаева әйтмешләй, аралашыу ҡоралы ғына түгел, тел – ул: “кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы. Туған тел - ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ. Ошо хәл булмаһын, атай-әсәйҙәр үҙ балаһын үҙ ҡулдары менән рухи зәғифлеккә дусар итмәһен”.


Вернуться назад